2 Chronicles 35:18-19
18Исраилдар бындай Ҡотҡарылыу байрамын Шемуил пәйғәмбәр дәүеренән бирле үткәргәне булмай. Исраил батшаларынан Йошияһ, уның осорондағы ҡаһиндар, левиҙәр, бөтә йәһүҙиҙәр, исраилдар, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр үткәргән кеүек Ҡотҡарылыу байрамын бер батша ла билдәләмәгән була. 19Был Ҡотҡарылыу байрамы Йошияһ батшалыҡ иткәндең ун һигеҙенсе йылында була.
Copyright information for
BakIBT2023