‏ 2 Chronicles 36:2-4

2Тәхеткә ултырғанда Йеһоахазға егерме өс йәш була. Ул Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итә. 3Мысыр батшаһы уны Йәрүсәлимдәге тәхетенән ҡолата һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш һәм бер талант алтын күләмендә түләү һала.

Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим

(4 Бат 23:31-35)

4Фирғәүен Нехо Йеһоахаздың ағаһы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлим өҫтөнән батша итеп ҡуя, Йеһоахазды иһә Мысырға алып китә.
Copyright information for BakIBT2023