2 Chronicles 5:2-14
Килешеү һандығының ҡорамға күсерелеүе
(3 Бат 8:1-13)
2Раббының Килешеү һандығын Дауыт ҡалаһынан, йәғни Сиондан, күсереү өсөн Сөләймән Исраил аҡһаҡалдарын, ырыу һәм нәҫел башлыҡтарын Йәрүсәлимгә саҡыра. 3Йылдың етенсе айында булған байрам ваҡытында бөтә Исраил халҡы батша янына йыйыла. 4Исраилдың барлыҡ аҡһаҡалдары килгәндән һуң, левиҙәр Килешеү һандығын күтәреп ала. 5Һандыҡты, Осрашыу сатырын, сатырҙағы бөтә изге әйберҙәрҙе – быларҙың барыһын левиҙәр һәм ҡаһиндар алып китә. 6Сөләймән батша менән уның янына йыйылған бөтә Исраил йәмғиәте һандыҡ алдында ваҡ һәм эре малдан бик күп ҡорбан сала. Ҡорбандарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ булмай. 7Ҡаһиндар Раббының Килешеү һандығын тәғәйен ергә, ҡорамдағы эске бүлмәгә, Иң мөҡәддәс урынға, кирубтарҙың ҡанаттары аҫтына, килтереп урынлаштыра. 8Кирубтар, ҡанаттарын һандыҡ ҡуйылған урын өҫтөндә йәйеп, һандыҡты ла, уны күтәреп йөрөтә торған ҡолғаларҙы ла ҡаплап тора. 9Был ҡолғалар шул тиклем оҙон булып, уларҙың остары ҡорам залының эске бүлмә ҡаршыһындағы өлөшөнән күренеп тора, әммә тышҡы яҡтан күренмәй. Ҡолғалар бөгөнгәсә шунда тора. 10Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан заманда, Раббы улар менән килешеү төҙөгән Хорев тауында, Муса һандыҡ эсенә ике таҡтаташ һалған була. Уларҙан башҡа һандыҡта бер нәмә лә булмай. 11Изге йортҡа ингәнгә тиклем ҡаһиндарҙың барыһы ла, ниндәй төркөмгә инеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен паклаған була. Бына улар сыға, 12бөтә йырсы левиҙәр – йоҡа етендән кейенгән, ҡулдарына лира, арфа, һуҡма тәрилкәләр тотҡан Асаф, Һеман, Йедуҫун, уларҙың улдары һәм туғандары ҡорбан усағының көнсығыш яғына теҙелә. Уларҙың янында борғо ҡысҡыртыусы йөҙ егерме ҡаһин була. 13Борғо ҡысҡыртыусылар менән йырсылар бер тауыштан Раббыға маҡтау һәм шөкөрана йырларға тотона. Бына борғолар менән һуҡма тәрилкәләрҙең, башҡа уйын ҡоралдарының ғәйрәтле тауыштарына ҡушылып, йырсылар Раббыны маҡтай һәм данлай. «Ул игелекле,Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», –
тип йырлағанда, Раббы ҡорамына балҡып торған болот тула. 14Болот арҡаһында ҡаһиндар хеҙмәтен башҡара алмаҫ була, сөнки Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.
2 Chronicles 6:1-2
1Шул саҡ Сөләймән былай ти: – Раббы ҡуйы ҡараңғылыҡта төйәкләнергә теләне. 2Ә мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым,Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.
Copyright information for
BakIBT2023