2 Chronicles 9:1-12
Шева батшабикәһенең Сөләймәнгә килеүе
(3 Бат 10:1-13)
1Шева батшабикәһе Сөләймән тураһында ишетеп, уны табышмаҡтар менән һынарға килә. Ул бик күп ярандары оҙатыуында Йәрүсәлимгә килеп төшә; дөйәләре хуш еҫле май, ғәләмәт күп алтын, аҫылташтар артмаҡлаған була. Батшабикә Сөләймәнгә килә һәм үҙен ҡыҙыҡһындырған бөтә нәмәләр тураһында ла әңгәмәләшә. 2Сөләймән уның бөтә һорауҙарына ла яуап бирә. Батша белмәгән һәм аңлатып бирә алмаған бер генә нәмә лә булмай. 3Шева батшабикәһе Сөләймәндең аҡылын, һалдырған һарайын, 4табынындағы зиннәтле ризыҡтарҙы, ярандарының ни рәүешле ултырыуын, матур итеп кейенгән хеҙмәтселәренең һәм шарап ҡойоусыларының үҙҙәрен тотошон, Раббы ҡорамында килтерелгән тотош яндырыу ҡорбандарын күреп, һушы-аҡылы китә. 5– Һинең ҡылған ғәмәлдәрең һәм зирәк аҡылың тураһында үҙ илемдә ишеткәндәрем дөрөҫ булып сыҡты, – ти ул батшаға. – 6Килеп үҙ күҙҙәрем менән күргәнгә тиклем, был хәбәрҙәргә бик ышанып та етмәгәйнем. Баҡһаң, миңә һинең тәрән аҡылың тураһында яртыһын да һөйләмәгәндәр икән. Һин мин ишеткәндәгегә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк тораһың икән. 7Ҡайһылай бәхетле һинең кешеләрең, был хеҙмәтселәрең! Улар гелән яныңда булып, бөтә хикмәттәреңде ишетә-күрә йөрөйҙәр. 8Һиңә илтифат менән ҡараған, Үҙенең вәкиле сифатында һине Исраил тәхетенә ултыртҡан Аллаң Раббы мөбәрәк булһын! Һинең Аллаң Исраилға булған мөхәббәте хаҡына, уны мәңге ҡаҡшамаҫ итеү теләге менән, уға хаҡ хөкөм ҡылһын, ғәҙеллекте яҡлаһын тип, һине уның өҫтөнән батша итеп ҡуйған. 9Шева батшабикәһе Сөләймәнгә йөҙ егерме талант алтын, күп итеп хуш еҫле май, аҫылташтар алып килгән була. Ул батшаға бүләк иткән кеүек еҫле майҙарҙың Исраилға быға тиклем бер ваҡытта ла килтерелгәне булмай. 10Хирамдың хеҙмәтселәре Сөләймәндең хеҙмәтселәре менән Офирҙан алтын ғына түгел, затлы ағас, аҫыл таштар ҙа алып ҡайта. 11Батша был затлы ағастан Раббы ҡорамына һәм дә батша һарайына баҫҡыстар, йырсылар өсөн арфа һәм лиралар яһата. Йәһүҙә ерендә ошоғаса быға оҡшаш бер ни күрелгәне булмай. 12Сөләймән батша, Шева батшабикәһенең бүләктәренә яуап итеп, уның йәне нимә теләй, шуларҙың барыһын да бирә. Ул бүләктәр Шева батшабикәһе алып килгәндән күпкә артығыраҡ була. Шунан һуң батшабикә хеҙмәтселәре менән үҙ иленә ҡайтып китә.
Copyright information for
BakIBT2023