‏ 2 Chronicles 9:13-28

Сөләймәндең байлығы

(3 Бат 10:14-29; 2 Йыл 1:14-17)

13Йыл һайын Сөләймәнгә алты йөҙ алтмыш алты талант алтын килеп тора. 14Бынан тыш һатыусылар һәм сауҙагәрҙәр, Ғәрәбстан ерендәге бөтә батшалар һәм Исраилдың өлкә башлыҡтары ла Сөләймәнгә алтын-көмөш килтереп тора. 15Сөләймән батша ике йөҙ ҙур ҡалҡан яһата һәм уларҙың һәр береһен алты йөҙ шекел сүкелгән алтын менән көпләтә. 16Бынан башҡа һәр береһенә өсәр йөҙ шекел сүкелгән алтын тотоноп, өс йөҙ бәләкәйерәк ҡалҡан эшләтә. Батша был ҡалҡандарҙы «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайға ҡуя. 17Шулай уҡ батша фил һөйәгенән ҙур тәхет яһата һәм уны саф алтын менән көпләтә. 18Тәхеттең баҫҡыстары алтау, аяҡ ҡуйыр өсөн тәхеткә алтын эскәмйә беркетелгән. Ултырғысының ике яғында терһәк ҡуйғыс бар, терһәк ҡуйғыстар янында берәр арыҫлан һыны ҡуйылған. 19Һәр бер баҫҡыстың ике яғында берәр арыҫлан һыны булып, тәхеттең алты баҫҡысында йәмғеһе ун ике арыҫлан тора. Бер генә батшалыҡта ла бындай тәхеттең булғаны булмай.

20Сөләймән батшаның бөтә туҫтаҡтары алтындан, «Ливан урманы йорто» тип аталған һарайындағы һауыттарҙың барыһы ла саф алтындан була. Сөләймән заманында көмөш ҡәҙерһеҙ бер нәмәгә әйләнә. 21Батшаның караптары Хирам хеҙмәтселәре менән Таршишҡа йөрөп, өс йылға бер тапҡыр алтын, көмөш, фил һөйәге, маймылдар һәм тауис ҡоштар алып ҡайта торған була.

22Сөләймән үҙенең байлығы һәм аҡылы менән донъялағы бөтә батшаларҙан да өҫтөнөрәк була. 23Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн ерҙәге бөтә батшалар уны күрергә атлығып тора. 24Уларҙың һәр ҡайһыһы бүләк итеп көмөш һәм алтын һауыттар, кейем-һалым, ҡорал һәм хуш еҫле майҙар, аттар һәм ҡасырҙар килтерер була, йылдың-йылына был шулай дауам итә. 25Сөләймәндең аттар һәм яу арбалары ҡуя торған дүрт мең аҙбары, ун ике мең һыбайлыһы була; ул уларҙы арбалы ҡалаларға һәм үҙе янына Йәрүсәлимдә урынлаштыра. 26Ул Евфрат йылғаһынан алып пелешти еренәсә, Мысыр сигенә тиклем булған бөтә батшалар өҫтөнән хакимлыҡ итә. 27Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә булып ҡала. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп була. 28Аттарҙы Сөләймәнгә Мысырҙан һәм башҡа яҡтарҙан килтерәләр.

Copyright information for BakIBT2023