2 Chronicles 9:29-31
Сөләймәндең вафаты
(3 Бат 11:41-43)
29Сөләймән батшалыҡ иткән замандарҙа булған башҡа хәлдәр, тәүгеһенән алып һуңғыһына тиклем, Наҫан пәйғәмбәр яҙмаларында, Шило Ахияһының күрәҙәләре һәм Ғиддо әүлиәнең Неват улы Яровғамға ҡағылышлы күренмештәре теркәлгән яҙмаларҙа һүрәтләнә. 30Сөләймән Йәрүсәлимдә бөтә Исраилға ҡырҡ йыл буйы батшалыҡ итә. 31Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнә. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултыра.
Copyright information for
BakIBT2023