‏ 2 Kings 15:1-3

Йәһүҙә батшаһы Ғазаръяһ

(2 Йыл 26:3-4, 21-23)

1Яровғамдың Исраилға батшалыҡ итеүенең егерме етенсе йылында Йәһүҙәгә Ғазаръяһ Амасъяһ улы батша булды. 2Тәхеткә ултырғанда уға ун алты йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә илле ике йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йехольяһ Йәрүсәлимдән ине. 3Ғазаръяһ, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылып, һәр йәһәттән атаһы Амасъяһты ҡабатланы.
Copyright information for BakIBT2023