‏ 2 Kings 15:32-38

Йәһүҙә батшаһы Йоҫам

(2 Йыл 27:1-9)

32Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улы батшалығының икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йоҫам Ғуззияһ улы ултырҙы. 33Тәхеткә ултырғанда Йоҫам егерме биш йәшендә ине. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Йеруша – Садоҡ ҡыҙы ине. 34Атаһы Ғуззияһ кеүек Йоҫам да Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды. 35Әммә табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителмәгәйне. Халыҡ унда ҡорбан килтереүен, хуш еҫ төтәтеүен дауам итте. Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын төҙөттө.

36Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 37Ул батша булған осорҙа Раббы Арам батшаһы Ресин менән Исраил батшаһы Пеҡах Ремалъяһ улын Йәһүҙәгә һөжүм иттерҙе. 38Йоҫам үлеп, ата-балалары хозурына күсте һәм боронғо бабаһы Дауыттың ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Урынына улы Ахаз батша булды.

Copyright information for BakIBT2023