2 Kings 15:5-7
5Раббы Ғазаръяһты язалап, махау сиренә дусар итте. Ғүмеренең аҙағына тиклем батша махау ауырыулы булды һәм үлгәнсе айырым өйҙә йәшәне. Батша һарайына һәм ил халҡына улы Йоҫам етәкселек итте. 6Ғазаръяһтың башҡа ғәмәлдәре «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 7Ғазаръяһ үлеп, ата-бабаларына ҡушылды һәм уны ата-бабалары янында Дауыт ҡалаһына ерләнеләр. Уның урынына улы Йоҫам батша булды.
Copyright information for
BakIBT2023