2 Kings 22:1-2
Йәһүҙә батшаһы Йошияһ
(2 Йыл 34:1-2, 8-13)
1Тәхеткә ултырғанда Йошияһҡа һигеҙ йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә утыҙ бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Босҡаҫтан Ғадаяһ ҡыҙы Йедидаһ ине. 2Йошияһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, һәр эштә боронғо бабаһы Дауыттың юлын тотто, уңға ла, һулға ла тайпылманы.
Copyright information for
BakIBT2023