‏ 2 Kings 23:28-30

28Йошияһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.

29Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Мысыр фирғәүене Нехо, Ашшур батшаһына ярҙам итер өсөн, яу менән Евфрат йылғаһына йүнәлде. Йошияһ батша уға ҡаршы сыҡты һәм фирғәүен, Йошияһ менән Мегиддола осрашып, уны үлтерҙе. 30Хеҙмәтселәре Йошияһтың мәйетен яу арбаһында Мегиддонан Йәрүсәлимгә алып ҡайтып, үҙенең төрбәһенә дәфен ҡылды. Йәһүҙә халҡы Йошияһтың улы Йеһоахазды мәсехләп, уны атаһы урынына батша итеп ҡуйҙы.

Copyright information for BakIBT2023