2 Kings 23:36-37
Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим
(2 Йыл 36:5-8)
36Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итте. Әсәһе Зевуддаһ – Рума ҡалаһынан Педаяһ ҡыҙы ине. 37Йеһояҡим да, ата-бабалары кеүек, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. 2 Kings 24:1-6
1Йеһояҡим батшалыҡ иткән осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәгә яу менән килде. Йеһояҡим өс йыл буйы уға буйһоноп йәшәне, унан һуң баш күтәрҙе. 2Раббы, Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша әйткәндәренә ярашлы, Йәһүҙәне юҡ итер өсөн уға ҡаршы Халдей, Арам, Моав, Ғаммон баҫҡынсыларын ебәрҙе. 3– 4Һис шикһеҙ, былар барыһы ла Раббы ихтыяры менән эшләнде. Менашшеның гонаһтары, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түккәне өсөн Раббы Йәһүҙәне хозурынан алып ташламаҡ булды. Менашше Йәрүсәлимде ҡанға батырғайны һәм Раббы уны ғәфү итергә теләмәне. 5Йеһояҡимдың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 6Йеһояҡим үлеп, ата-бабаларына ҡушылғас, уның урынына улы Йеһояхин батша булды.
Copyright information for
BakIBT2023