‏ 2 Kings 23:4-20

4Батша баш ҡаһин Хилҡияһҡа, ҡаһин ярҙамсыларына һәм тупһа һаҡсыларына Бәғел, Ашера һәм күк есемдәре өсөн яһалған бөтә нәмәләрҙе Раббы ҡорамынан сығарырға бойорҙо. Был әйберҙәрҙе Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәне ҡырҙарында яндырҙы һәм көлөн Бейт-Ил ҡалаһына алып барҙы. 5Йәһүҙә батшалары тарафынан ҡалаларҙа һәм Йәрүсәлим тирәһендәге табыныу ҡалҡыулыҡтарында Бәғелгә, ҡояшҡа, айға, йондоҙлоҡтарға һәм бөтә күк есемдәренә хуш еҫ төтәтер өсөн тәғәйенләгән ялған ҡаһиндарҙы ҡыуып таратты. 6Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамынан сығарып, Йәрүсәлимдең тышында, Ҡидрон үҙәнендә яндырҙы, уны көл-туҙанға әйләндергәнсе онтап, ябай халыҡтың ҡәберҙәре өҫтөнә һипте. 7Фәхешсе ирҙәрҙең Раббы ҡорамы биләмәһендә урынлашҡан торлаҡтарын емерҙе. Ҡатындар унда Ашера өсөн япмалар туҡый торғайны.

8Батша Йәһүҙә ҡалаларынан бөтә ҡаһиндарҙы килтертте, Гевағтан алып Беер-Шәвәғкә тиклем был ҡаһиндар хуш еҫ төтәткән барлыҡ табыныу ҡалҡыулыҡтарын нәжесләне; ҡала ҡапҡаһынан һулдағы, ҡала башлығының исеме менән аталған Йеһошуағ ҡапҡаһы янындағы табыныу урынын емерҙе. 9Табыныу ҡалҡыулыҡтарының ҡаһиндарына Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорбан усағында ҡорбан ғәмәлен башҡарырға рөхсәт ителмәй, ләкин бүтән ҡаһиндар менән бергә сөсө икмәк ашарға ярай ине.

10Бер кем дә улын йәки ҡыҙын Мөләх илаһҡа утта ҡорбан итә алмаһын өсөн, Йошияһ Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫте нәжесләне. 11Йәһүҙә батшалары элек Раббы ҡорамына ингән ерҙә, һарай әһеле Наҫан-Мәләхтең бүлмәһе янында, ҡояшҡа бағышлап аттар ҡуя торғайны. Йошияһ унан аттарҙы алды, ә ҡояшҡа арналған арбаларҙы утҡа яҡты.

12Ахаздың өҫкө ҡаттағы бүлмәһенең түбәһендә Йәһүҙә батшалары эшләткән ҡорбан усаҡтарын, Менашше Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла яһатҡан ҡорбан усаҡтарын ҡолатты, уларҙы емертеп, онтағын Ҡидрон үҙәненә ташланы. 13Йәрүсәлимдең көнсығышында, Һәләкәт тауының көньяғында Исраил батшаһы Сөләймән сидондарҙың ерәнгес алиһәһе Ғаштореҫҡа, моавтарҙың ерәнгес бото Кемошҡа, ғаммондарҙың ерәнгес бото Милкомға ҡорған табыныу ҡалҡыулыҡтарын нәжесләне, 14табыныу бағаналарын ватты, Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ырғытты, ул урындарға кеше һөйәктәре таратып ташланы.

15Быларҙан башҡа батша Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улы Бейт-Илдә төҙөткән ҡорбан усағын табыныу урыны менән бергә емерҙе, табыныу урынын яндырып, көл-туҙанға әйләндерҙе, Ашераның ҡолғаһын яҡты.

16Шунан Йошияһ тирә-яҡты байҡаны һәм тауҙағы ҡәберҙәрҙе күреп ҡалды. Кеше ебәртеп, ундағы һөйәктәрҙе сығартты һәм, уларҙы ҡорбан усағы өҫтөндә яндырып, усаҡты нәжесләне. Шул рәүешле Раббының Алла бәндәһе аша белдерелгән һүҙе ғәмәлгә ашты.

17Йошияһ:

– Кемгә ҡуйылған һәйкәлде күрәм мин? – тип һораны.

– Йәһүҙәнән килеп, әле һинең Бейт-Илдәге ҡорбан усағын нимә эшләткәнеңде алдан әйтеп ҡалдырған Алла бәндәһенең ҡәбере, – тип яуап бирҙе ҡала халҡы.

18– Уға ҡағылмағыҙ, – тине батша. – Бер кем дә уның һөйәктәрен борсомаһын.

Шулай итеп, Алла бәндәһенең һөйәктәренә лә, Самариянан килгән пәйғәмбәрҙең һөйәктәренә лә теймәнеләр.

19Йошияһ Исраил батшаларының, Раббыны асыуландырып, Самария ҡалаларында эшләгән барлыҡ табыныу ҡалҡыулыҡтарын да Бейт-Илдәге кеүек үк емерҙе. 20Ул табыныу ҡалҡыулыҡтарындағы бөтә ҡаһиндарҙы ҡорбан усаҡтарында сәнсеп үлтерҙе һәм ҡорбан усаҡтарында кеше һөйәктәрен яндырҙы. Шунан Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.

Copyright information for BakIBT2023