‏ 2 Kings 5:1-14

Нағамандың тире ауырыуынан сәләмәтләнеүе

1Арам батшаһының Нағаман тигән ғәскәр башлығы бар ине. Хакимы уны ифрат ныҡ хөрмәт итә һәм ололай торғайны, сөнки Раббы уларға Нағаман аша еңеү биргәйне. Нағаман бик ҡаһарман яугир ине, тик махау ауырыуынан йонсоно. 2Бер мәл арамиҙар Исраилға барымта менән барғанда, бәләкәй генә ҡыҙҙы әсиргә алғайны. Уны Нағамандың ҡатынына хеҙмәтселеккә бирҙеләр. 3Шул бала хужабикәһенә:

– Хакимым Самариялағы пәйғәмбәргә барһа ине. Пәйғәмбәр уны махау сиренән ҡотҡара ала, – тине.

4Нағаман, хакимы батшаға барып, Исраил ҡыҙының әйткәндәрен һөйләп бирҙе. 5Батша уға:

– Бар, әлбиттә, мин Исраил батшаһына хат яҙып бирермен, – тип яуапланы.

Нағаман ун талант көмөш, алты мең шекел
Ун талант; алты мең шекел – ун талант – яҡынса 360 кг, алты мең шекел – яҡынса 72 кг.
алтын, ун алмаш кейем алды ла юлға сыҡты.
6Ул килеп: «Был хат менән һиңә махау сиренән ҡотҡарыр өсөн ҡолом Нағаманды ебәрәм», – тип яҙылған хатты Исраил батшаһына тапшырҙы.

7Хатты уҡығас, Исраил батшаһы йәне көйөүҙән кейемдәрен йыртҡыслап ташланы.

– Үлтерергә һәм терелтергә ҡөҙрәте булған Алламы ни мин! Нишләп ул миңә махау сиренән һауыҡтырырға кеше ебәреп ята? Күреп торорһоғоҙ, миңә бәйләнергә сәбәп эҙләй ул, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

8Алла бәндәһе Ильясиғин, Исраил батшаһының кейемдәрен йыртҡанын ишеткәс, уға: «Нишләп кейемеңде йыртаһың? Ул кеше миңә килһен. Исраилда пәйғәмбәр барлығын белһен», – тигән хәбәр ебәрҙе.

9Нағаман аттары, яу арбалары менән килеп, Ильясиғиндың ишеге төбөнә туҡтаны. 10Ильясиғин уға: «Бар, Иордан йылғаһында ете тапҡыр йыуын, шунан тәнең махау ауырыуынан сәләмәтләнер һәм таҙа булырһың», – тип әйтергә ҡушты.

11Быны ишеткәс, Нағаман туҙынып китте.

– Нишләп үҙе сыҡмай? Ә мин ул алдыма баҫыр, Аллаһы Раббының исемен саҡырыр, ҡулын ауыртҡан урыным өҫтөнән йөрөтөр, мине шул рәүешле махауҙан һауыҡтырыр, тип уйлағайным.
12Дамасктың Авана менән Парпар йылғаһы Исраилдың бөтә йылғаларынан да артыҡ. Улай еңел генә булһа, мин шуларҙа йыуынып таҙарыныр инем, – тип асыулана-асыулана боролоп китте.

13Ярандары иһә артынан эйәреп:

– Хакимыбыҙ, әгәр пәйғәмбәр һиңә берәй ҡыйын нәмә ҡушһа, үтәмәҫ инеңме ни? Ә ул һиңә: «Йыуын да таҙарынырһың», – тип кенә әйтте, – тинеләр.

14Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте.

Copyright information for BakIBT2023