2 Kings 8:16-24
Йәһүҙә батшаһы Йеһорам
(2 Йыл 21:5-10, 20)
16Ахав улы Йорамдың Исраилда батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Йеһошафат әле Йәһүҙә батшаһы булған саҡта, тәхеткә уның улы Йеһорам ултырҙы. 17Батша булғанда Йеһорамға утыҙ ике йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл хакимлыҡ итте. 18Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды. 19Шулай булһа ла Раббы, ҡоло Дауыт хаҡына Йәһүҙәне һәләк итергә теләмәй ине, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргәйне. 20Йеһорам батша булған ваҡытта эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп уның хакимлығы аҫтынан сыҡты һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуйҙы. 21Йеһорам бөтә яу арбалары менән Сағирға йүнәлде. Бында уны Эдом ғәскәре уратып алды. Әммә Йеһорам төндә яу арбаларының башлыҡтары менән бергә ҡамалышты йырып сыҡты. Йәһүҙә яугирҙәре өйҙәренә ҡасып ҡайтып китте. 22Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрҙе. 23Йеһорамдың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. 24Йеһорам вафат булып ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Унан һуң улы Ахазъяһ батша булды.
Copyright information for
BakIBT2023