‏ 2 Kings 9:14-29

Йеһуҙың Йорамды үлтереүе

(2 Йыл 22:7-9)

14Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһу Йорамға ҡаршы фетнә күтәрҙе. Ул саҡта Йорам менән Исраил ғәскәре Ғилғәд Рамоҫында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы тора ине. 15Йорам батша Изреғилгә Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышта алған яраһын дауаларға ҡайтҡайны.

– Әгәр минең яҡлы булһағыҙ, бер кемдең дә Рамоҫтан Изреғилгә барып хәбәр еткереүенә юл ҡуймағыҙ, – тине Йеһу иптәштәренә.

16Шунан яу арбаһына ултырып, Изреғилгә китте. Яралы Йорам шунда ята һәм Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ уның хәлен белергә килгәйне.

17Изреғил манараһы башында торған күҙәтсе күмәк атлылар менән сабып килгән Йеһуҙы абайлап ҡалды ла:

– Бер төркөм сапҡынсыларҙы күрәм! – тип ҡысҡырҙы.

– Ҡаршыларына һыбайлы ебәрегеҙ. Именлек менән киләләрме, һораһын, – тип бойорҙо Йорам.

18Һыбайлы Йеһуға ҡаршы сабып барҙы ла:

– Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине.

– Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә, минең арттан төш!

Күҙәтсе илсенең сапҡынсыларға барып еткәнен, әммә кире боролоп ҡайтмағанын хәбәр итте.

19Икенсе һыбайлыны ебәрҙеләр. Ул да былар алдына килеп:

– Батша: «Именлек менән киләһегеҙме?» тип һорай, – тине.

– Был һинең эшең түгел, – тип яуапланы Йеһу. – Әйҙә минең арттан төш!

20– Илсе барып етте, әммә кире боролманы, – тип хәбәр итте күҙәтсе батшаға. – Ҡотороноп сапҡанына ҡарағанда, Нимши улы Йеһуға оҡшаған.

21– Ат егегеҙ! – тип бойорҙо Йорам.

Уның яу арбаһына ат ектеләр. Исраил батшаһы Йорам менән Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ, һәр ҡайһыһы үҙенең яу арбаһында, Йеһуға ҡаршы сыҡты. Улар Изреғил кешеһе Навоҫтың биләмәһендә осрашты.

22– Именлек менән килеүеңме? – тип һораны Йорам Йеһуҙы күргәс.

– Әсәйең Изевелдең боттарға табыныуы, сихыр ҡылыуы дауам итә икән, ниндәй именлек булһын? – тине Йеһу.

23Йорам арбаһын кире борҙо ла:

– Ахазъяһ, был хыянат! – тип ҡысҡырҙы.

24Йеһу йәйәһен йән көсөнә тартып, батшаның арҡаһына, ике ҡалаҡ һөйәгенең уртаһына, атып ебәргәйне, уҡ Йорамдың йөрәген үтә тишеп сыҡты. Батша арбаһына ҡапланып барып төштө.

25Йеһу ярҙамсыһы Бидҡарға:

– Мәйетте ал да изреғилле Навоҫтың баҫыуына алып барып ырғыт, – тип бойорҙо. – Хәтерләйһеңме, һинең менән бергә Йорамдың атаһы Ахав артынан килгән сағыбыҙҙа, Раббы Ахав тураһында:
26«Кисә Мин Навоҫ менән уның улдарының ҡанын күрҙем. Ант итеп әйтәм, Мин һине ошо баҫыуҙа язалаясаҡмын», – тигәйне. Раббының шул һүҙҙәренә ярашлы, Йорамдың мәйетен Навоҫтың баҫыуына ташла, – тине.

Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһтың үлтерелеүе

27Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ быларҙы күреп, Бейт-Һагган ҡалаһына табан ҡаса башланы. Артынан ҡыуа төшкән Йеһу:

– Уны ла үлтерегеҙ! – тип ҡысҡырҙы.

Үҙенең арбаһындағы Ахазъяһты Йивлеғамға етәрәк, Гур ҡалҡыулығында уҡтан атып яраланылар. Ул йәрәхәтләнгән килеш Мегиддоға барып етте лә, шунда үлде.
28Хеҙмәтселәре уны яу арбаһында Йәрүсәлимгә алып ҡайтты һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында үҙ төрбәһенә дәфен ҡылды.

29Ахазъяһ Йәһүҙә тәхетенә Йорам Ахав улы Исраилда ун беренсе йыл батшалыҡ иткәндә ултырғайны.

Copyright information for BakIBT2023