2 Samuel 12:26-31
26Ул арала Йоав, ғаммондарҙың Рабба ҡалаһына һөжүм итеп, батша ҡәлғәһен ҡулға төшөрҙө. 27Шунан Дауытҡа сапҡындар ебәреп: «Мин, Раббаға һөжүм итеп, ҡаланың һыу сығанаҡтарын һаҡлаған ҡәлғәне алдым. 28Хәҙер һин, ҡалған ғәскәрҙе йыйып алып килеп, ҡаланы ҡама ла, ҡулға төшөр. Юғиһә, мин алһам, ул минең исемем менән аталырға тейеш була», – тип хәбәр итте. 29Дауыт, бөтә ғәскәрҙе туплап, Раббаға килде лә һөжүм итеп уны алды. 30Дауыт Ғаммон батшаһының бер талант ▼▼ Талант – ауырлыҡ үлсәме, яҡынса 36 кг.
алтындан аҫыл таштар менән биҙәп эшләнгән тажын тартып алды. Тажды Дауыттың башына кейҙерҙеләр. Ул ҡалала бик күп яумал ҡулға төшөрҙө. 31Унда йәшәгән халыҡты, ҡыуып алып китеп, бысҡы, тимер кәйлә һәм балта менән эшләргә, кирбес яндырырға мәжбүр итте. Ғаммондарҙың барлыҡ ҡалаларында ла ул шулай эшләне. Шунан Дауыт үҙенең бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайтты.
Copyright information for
BakIBT2023