2 Samuel 23:18-39
18Йоавтың туғаны Серуяһ улы Авишай утыҙ ҡаһармандың башлығы ине. Бер ваҡыт ул, һөңгөһөн күтәреп, өс йөҙ кешене үлтерҙе лә теге өс батыр кеүек дан ҡаҙанды. 19Ул утыҙ батыр араһында иң арҙаҡлыһы ине, уларҙың башлығы булды, әммә теге өсәү иҫәбенә инмәне. 20Ҡавсеилдан Йеһоядағ улы Бенаяһ хәтәр эштәр башҡарған ғәййәр батыр ине. Ул арыҫлан йөрәкле ике Моав егетенең йәнен ҡыйҙы. Ҡарлы көндә һыу йыя торған соҡорға төшөп, бер арыҫлан үлтерҙе. 21Мысырҙың бер бәһлеүән кешеһен дә үлтерҙе ул. Мысырлының ҡулында һөңгө ине, ә Бенаяһ уға ҡаршы таяҡ менән китте. Мысыр кешеһенең ҡулынан һөңгөһөн тартып алып, үҙ ҡоралы менән уның йәнен ҡыйҙы. 22Бына ниндәй батырлыҡтар күрһәтте Йеһоядағ улы Бенаяһ. Ул теге өс батыр кеүек маҡтаулы булды. 23Ул утыҙ ҡаһарман араһында айырылып торһа ла, теге өсәү иҫәбенә инмәй ине. Дауыт Бенаяһты йәнһаҡсыларының башлығы итеп тәғәйенләне. 24Иң батыр утыҙ яугир иҫәбенә түбәндәгеләр инә: Йоавтың туғаны Ғасаһил; Бейт-Ләхәмдән Додоның улы Әлханан; 25Хародтан Шамма менән Әлиҡа; 26Пелеттән Хәләс; Теҡоғанан Ғиҡҡыштың улы Ғира; 27Ғанаҫоҫтан Авиғәзәр; Хушанан Мебуннай; 28Ахоахтан Салмон; Нетофанан Маһрай; 29Нетофанан Бағананың улы Хелев; Бинйәмин ырыуының Гивға ҡалаһынан Ривай улы Иттай; 30Пирғаҫондан Бенаяһ; Гағаш үҙәненән Һиддай; 31Ғарванан Ави-Ғалвон; Бархумдан Ғазмауыҫ; 32Шағалбондан Әлъяхба; Яшен улдары; Йонаҫан; 33Һарарҙан Шамма; Һарарҙан Шарар улы Ахиам; 34Мағаханан Ахасбай улы Әлифәләт; Гилонан Ахиҫофел улы Әлиғам; 35Кармәлдән Хесро; Арабтан Пағарай; 36Сованан Йигал Наҫан улы; Ғадтан Бани; 37Ғаммондан Селек; Беероҫтан Нахрай, ул Серуяһ улы Йоавтың ҡорал йөрөтөүсеһе; 38Йетерҙән Ғира менән Гарев; 39хитти Урияһ – йәмғеһе утыҙ ете кеше.
Copyright information for
BakIBT2023