2 Samuel 23:8-17
Дауыттың иң ҡаһарман яугирҙәре
(1 Йыл 11:10-41)
8Бына Дауыттың ҡаһарман яугирҙәренең исемдәре: Тахкемондан Йошев-Башшәвәҫ өс баһадирҙан торған төркөмдөң башлығы ине. Ул, һөңгөһөн һигеҙ йөҙ кешегә ҡаршы күтәреп, бөтәһен бер юлы ҡырып һалды. 9Унан һуң Ахоах нәҫеленән Әлғазар Додо улы – Дауыттың өс батыр яугиренең береһе. Һуғышырға әҙерләнгән пелештиҙәрҙе мәсхәрәләп көлгәндә, ул Дауыт менән бергә ине. Исраилдар алыш майҙанынан кире сигенгәндә лә 10Әлғазар ныҡ торҙо; ҡулы хәлһеҙләнеп, усы ҡылысына йәбешкәнсе пелештиҙәрҙе ҡырҙы. Раббы ул көндә исраилдарға оло еңеү насип итте. Кире боролоп килгән ғәскәр Әлғазар артынан мәйеттәрҙең әйберен йыйып ҡына йөрөнө. 11Унан һуң – Һарарҙан Аге исемле кешенең улы Шамма. Пелештиҙәр һуғышыр өсөн Лехиҙә, унда булған яҫмыҡ баҫыуында, йыйылды. Шунда исраилдар уларҙан ҡаса башланы. 12Шул саҡ Шамма баҫыу уртаһында тороп алды ла ошо ерҙе һаҡлап ҡалды һәм пелештиҙәрҙе тар-мар итте – Раббы исраилдарҙы оло еңеүгә өлгәштерҙе. 13Бер заман ураҡ ваҡытында утыҙ башлыҡ араһынан ошо өс ҡаһарман Ғадуллам мәмерйәһенә Дауыт янына килде. Был мәлдә пелештиҙәр Рефалар үҙәнендә туплам ҡорғайны. 14Дауыт – нығытма эсендә, ә пелешти ғәскәренең алдынғы төркөмө Бейт-Ләхәмдә ине. 15Шунда Дауыт бик ныҡ сарсап: – Берәйһе миңә Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан һыу алып килһә ине! – тине. 16Шунан һуң ошо өс батыр, пелештиҙәр тупламы аша һуғышып үтеп, Бейт-Ләхәм ҡапҡаһы янындағы ҡоҙоҡтан Дауытҡа һыу алып килде. Әммә Дауыт ул һыуҙы эсергә теләмәне, Раббы ризалығына тип ергә түкте. 17Ул шунда былай тине: – Раббы һаҡлаһын был һыуҙы эсеүҙән! Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып йөрөгән кешеләрҙең ҡаны бит был! Эсмәне Дауыт был һыуҙы. Бына ниндәй ҡаһарманлыҡтар күрһәтте ул өс батыр!
Copyright information for
BakIBT2023