2 Samuel 24:1-9
Дауыттың халыҡ иҫәбен алырға бойороуы
(1 Йыл 21:1-27)
1Раббының исраилдарға ҡаршы тағы асыуы ялҡынланды һәм Ул, Дауытты уларға ҡаршы ҡотортоп: – Барып, Исраил менән Йәһүҙә халҡының иҫәбен ал, – тине. 2Батша үҙенең ғәскәр башлығы Йоавҡа: – Исраилдың барлыҡ ырыуҙарын – Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем йөрөп, халыҡтың иҫәбен алығыҙ, мин ҡайҙа күпме кеше барлығын беләйем, – тип бойорҙо. 3Әммә Йоав батшаға: – Аллаң Раббы халыҡтың хәҙерге һанын йөҙ тапҡырға арттырһын, хакимым батшаға шуны күрергә яҙһын! Тик хакимым батшаға был эш ниңә кәрәк? – тип яуапланы. 4Ләкин батша һүҙе Йоав һәм уның ғәскәр башлыҡтарынан өҫтөн булып ҡалды. Улар, батша янынан сығып, Исраил халҡын һанарға китте. 5Иордан йылғаһын кисеп, Ғароғер янында, ҡаланың көньяғында туҡталдылар. Ҡала Ғад үҙәне уртаһында, Яғзергә барған юлда урынлашҡайны. 6Улар Ғилғәдкә һәм Ҡадешҡа яҡын булған хиттиҙәр еренә барҙы; Дан-Яғанға барып, Сидонды урап сыҡты, 7Тир ҡәлғәһендә булды, хиууиҙәр менән ҡәнғәниҙәрҙең бөтә ҡалаларын йөрөп сығып, ахырҙа Йәһүҙәнең көньяғындағы Беер-Шәвәғкә килеп сыҡты. 8Улар, бөтә илде урап йөрөп, туғыҙ ай ҙа егерме көндән һуң Йәрүсәлимгә ҡайтып керҙе. 9Йоав батшаға халыҡтың иҫәбен еткерҙе. Ҡулына ҡылыс тоторлоҡ көслө ир-егеттәр Исраилда һигеҙ йөҙ мең, ә Йәһүҙәлә биш йөҙ мең кеше булып сыҡты.
Copyright information for
BakIBT2023