‏ 2 Samuel 24:10-25

10Халыҡ һанын алғандан һуң, Дауыттың йөрәгендә тыныслыҡ бөттө. Дауыт Раббыға:

– Мин былай эшләп, ауыр гонаһ ҡылдым, – тине. – Хәҙер, Раббым, Һиңә ялбарып, шуны һорайым: ҡолоңдоң гонаһын ярлыҡа, аҡылһыҙҙарса эш иткәнмен.

11Дауыт иртәгәһен иртән торғас, Ғад пәйғәмбәргә, Дауыттың әүлиәһенә, Раббы һүҙе булды:

12– Бар ҙа Дауытҡа еткер: «Раббы былай тип әйтә: „Мин һиңә өс төрлө яза тәҡдим итәм. Шуларҙың береһен һайлап ал да, Мин һиңә шуны ебәрермен“».

13Ғад Дауытҡа килеп:

– Илеңдә ете йыл аслыҡ булһынмы, әллә өс ай буйына дошмандарың эҙәрләп, уларҙан ҡасып йөрөйһөңмө, йәки илеңдә өс көнгә үләт таралһынмы? Хәҙер уйла ла әйт: Раббыға мин ниндәй яуап бирергә тейешмен? – тип белдерҙе.

14Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы:

– Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.

15Бынан һуң Раббы исраилдарға шул көндөң иртәһенән алып билдәләнгән ваҡытҡа тиклем үләт ебәрҙе. Дандан Беер-Шәвәғкә тиклем етмеш мең кеше ҡырылды. 16Фәрештә Йәрүсәлимде юҡ итер өсөн ҡулын күтәргәйне, әммә Раббы кире уйлап бәләгә сик ҡуйҙы. Ул халыҡты ҡырған фәрештәгә:

– Етер, ҡулыңды төшөр! – тине.

Раббы фәрештәһе был ваҡытта йевуси халҡынан булған Арауна тигән кешенең ырҙыны янында тора ине.

17Дауыт, халыҡты ҡырған фәрештәне күргәс, Раббыға былай тине:

– Мин гонаһ ҡылдым, енәйәтте мин эшләнем. Ә был кешеләрҙең, Һинең һарыҡтарыңдың, ниндәй ғәйебе бар һуң? Ҡулыңды миңә һәм атайым йортона төшөрһәнә.

18Шул көндә Ғад, Дауытҡа килеп:

– Бар, йевуси Араунаның ырҙынында Раббыға ҡорбан усағы эшлә, – тине.

19Дауыт Раббының Ғад аша бойорған һүҙен үтәргә китте. 20Арауна батшаның ярандары менән үҙенә табан килә ятҡанын күрҙе лә, уларҙың ҡаршыһына сығып, Дауыттың алдында ергә тиклем бөгөлөп баш эйҙе.

21– Хакимым батша үҙенең ҡолона ниңә килде? – тип һораны.

– Халыҡтың үләттән ҡырылыуы туҡталһын өсөн, мин Раббыға ҡорбан усағы эшләргә һинең ырҙыныңды һатып алырға итәм, – тине Дауыт.

22– Хакимым батша, ҡорбан килтереү өсөн нимә кәрәк, бөтәһен дә алһын. Тотош яндырыу өсөн үгеҙҙәр ҙә, утын өсөн ашлыҡ һуҡҡыс менән ҡалыптар ҙа бар. 23Батшаға барыһын да бирәм, – тине Арауна һәм: – Аллаң Раббы һинән риза була күрһен, – тип өҫтәне.

24Әммә батша Араунаға:

– Юҡ, мин һиңә бөтәһе өсөн дә тулы хаҡын түләйем, Аллам Раббыға бушҡа алғанды ҡорбан итә алмайым, – тип яуап ҡайтарҙы.

Дауыт ырҙын менән үгеҙҙәрҙе илле шекел көмөшкә һатып алды.
25Дауыт шул урында Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерҙе. Шунан һуң Раббы шәфҡәтен һалды һәм исраилдарҙың үләттән ҡырылыуы туҡталды.

Copyright information for BakIBT2023