2 Samuel 6:1-11
Изге һандыҡты Йәрүсәлимгә күсереү
(1 Йыл 13:1-14; 15:25–16:3)
1Дауыт тағы Исраилдың арҙаҡлы заттарын йыйып алды. Улар утыҙ мең кеше булды. 2Дауыт, эргәһендәге халыҡ менән бергә, кирубтар араһында тәхет ҡорған Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исемен йөрөткән Алла һандығын алып ҡайтыу өсөн, Йәһүҙәләге Бағала ҡалаһына юлланды. 3Алла һандығын Авинадавтың ҡашлаҡта ултырған йортонан алып сығып, өр-яңы еңел арбаға ҡуйҙылар. Арбаны Авинадавтың улдары Ғузза менән Ахйо алып барҙы. 4Ахйо Раббы һандығының алдынан атланы. 5Ә Дауыт менән бөтә Исраил халҡы Раббы хозурында кипарис ағасынан эшләнгән уйын ҡоралдарында уйнап, арфа һәм лира сиртеп, дөңгөр ҡағып, шылтырауыҡ һелкеп һәм еҙ тәрилкәләр һуғып йырлай-йырлай, бейей-бейей күңел асты. 6Нахон тигән кешенең ырҙыны янынан үтеп барғанда, үгеҙҙәр һөрлөгөп китте лә, Ғузза, ҡулын һуҙып, Алла һандығын тотоп ҡалды. 7Шул саҡ Раббының Ғуззаға ҡаршы асыуы ҡабарҙы һәм Ул һандыҡҡа ҡағылырға батырсылыҡ иткән Ғуззаның ғүмерен өҙҙө. Ғузза шунда, Алла һандығы янында, йән бирҙе. 8Раббының Ғуззаны һәләк итеүе Дауытты ҡайғыға һалды. Ошо төбәккә ул «Пәрәс-Ғузза» ▼▼ Пәрәс-Ғузза – йәһүд телендә «Ғуззаны һәләк иткән урын» тигән мәғәнәлә.
тип исем ҡушты. Был урын әле лә шулай тип йөрөтөлә. 9Шул көндө Дауыт Раббынан бик ныҡ ҡурҡты һәм: «Нисек Раббының һандығын үҙемә алып ҡайтайым?» – тине. 10Раббы һандығын үҙенә, Дауыт ҡалаһына, алып ҡайтырға баҙнат итмәне, барған юлынан боролоп, уны Ғаҫ кешеһе Ғовед-Эдомдың йортона ҡуйҙы. 11Раббы һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда торҙо һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның бөтә ғаиләһенә Үҙенең бәрәкәтен бирҙе.
Copyright information for
BakIBT2023