‏ 2 Samuel 7:1-17

Алланың Дауытҡа вәғәҙә биреүе

(1 Йыл 17:1-15)

1Дауыт батша үҙ һарайында урынлашты. Раббы уға әйләнә-тирәлә уратып алған дошмандары һөжүменән дә ял итеп алырға форсат бирҙе. 2Көндәрҙән бер көндө батша Наҫан пәйғәмбәргә:

– Бына мин кедр ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Алла һандығы сатырҙа тора, – тине.

3– Бар, әйҙә, ниәт иткәнеңде эшлә, Раббы һинең менән, – тине Наҫан батшаға.

4Әммә шул төндө Наҫанға Раббы һүҙе иңде:

5– Бар, ҡолом Дауытҡа әйт, Раббы былай ти: «Һиңәме ни Мин төйәкләнер йортто һалырға? 6Исраил халҡын Мысырҙан алып сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем өй эсендә йәшәмәнем, бер ерҙән икенсе ергә күсенеп йөрөгәндә урыным гел сатырҙа – Изге торлаҡта булды. 7Исраил халҡы менән ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, халҡым Исраилға көтөүсе булһын өсөн Үҙем тәғәйенләп ҡуйған ырыу башлыҡтарының берәйһенән: „Ниңә Миңә кедр ағасынан йорт һалып бирмәйһегеҙ?“– тип берәй һүҙ әйткәнем булдымы?» 8Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, Үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым. 9Ҡайҙа ғына барһаң да, һәр ерҙә һинең менән булдым, Мин һинең бөтә дошмандарыңды юҡ иттем. Хәҙер һинең исемеңде ер йөҙөндә йәшәгән бөйөк кешеләр исеме менән бер рәттән мәшһүр итермен. 10 11Мин халҡым Исраилға Үҙем һайлаған урынды бирермен һәм уны шунда тамыр йәйҙерермен, ул үҙ ерендә тыныс йәшәр, башҡаса шомланып тормаҫ. Элекке кеүек, үҙ халҡым Исраилға Мин ҡуйған хакимдар идара иткән саҡтағы һымаҡ, залимдар уны башҡаса ҡыҫырыҡламаҫ; Мин һине бөтә дошмандарыңдан тыныслыҡта ҡалдырырмын. Раббы шуны белдерә: Ул Үҙе һиңә йорт
Йорт – был урында мәңге дауам итәсәк батша династияһына ишара.
ҡорасаҡ.

12Ғүмерең бөтөп, ата-бабаларың янына ятҡас, һинең орлоғоңдан яралған бер баланы батша итеп ҡуйырмын, уның батшалығын нығытырмын. 13Ул Минең исемемә бағышлап йорт төҙөр, ә Мин уның батшалыҡ тәхетен мәңгелеккә нығытырмын. 14Мин – уға Атай, ә ул Миңә улан булыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылһа, ата улын язалағандай, Мин дә уны язалармын. 15Һинең хаҡыңа Шаулды хакимлыҡтан мәхрүм иткән инем. Һинең улыңды бер ваҡытта ла тоғро мөхәббәтемдән айырмам. 16Һинең йортоң, һинең батшалығың Минең хозурымда һис ҡаҡшамаҫ, тәхетең мәңге ныҡ булыр!»

17Наҫан Дауытҡа бөтә ошо һүҙҙәрҙе һәм Раббынан иңгән күренмеште һөйләп бирҙе.

Copyright information for BakIBT2023