‏ 2 Samuel 7:18-29

Дауыттың доғаһы

(1 Йыл 17:16-27)

18Дауыт Раббы хозурына барып ултырҙы. Доға ҡылып, былай тине:

– Эй Раббы Хакимым, мин һәм минең нәҫел-нәсәбем кем һуң, Һин мине шул тиклем юғары күтәрҙең!
19Был да әле Һиңә аҙ тойолдо, Раббы Хакимым; Һин ҡолоңдоң йортоноң киләсәге хаҡында ла хәбәрҙар иттең. Бөтә кешеләр менән дә Һин шулай мөғәләмә итәһеңме, Раббы Хакимым? 20Дауыт һиңә тағы нимә әйтә ала? Һин бит Үҙеңдең ҡолоңдо беләһең, Раббы Хакимым! 21Был бөйөк эштәрҙе Һин әйткән һүҙең хаҡына, йөрәгең ҡушҡанға эшләп, Үҙеңдең ҡолоңа алдан белдереп ҡуяһың. 22Раббы Хакимым, Һин ҡөҙрәтлеһең, Һиңә тиң булырлыҡ һис кем юҡтыр, Һинән башҡа һис бер илаһ юҡтыр! Беҙ быны үҙ ҡолаҡтарыбыҙ менән ишетеп торабыҙ.

23Ер йөҙөндә халҡың Исраил һымаҡ тағы ниндәй ҡәүем бар? Башҡа ҡайһы халыҡҡа уны йолоп алып Үҙенең халҡы итер өсөн Алланың килгәне бар? Һин Үҙ халҡыңды Мысырҙан ҡотҡарып, Үҙеңдең исемеңде шөһрәтле иттең. Үҙ халҡың алдынан башҡа ҡәүемдәрҙе һәм уларҙың илаһтарын ҡыуып, бөйөк һәм хикмәтле эштәр башҡарҙың. 24Һин халҡың Исраилды мәңгегә Үҙеңдең халҡың итеп раҫланың һәм, Һин, Раббым, уның Аллаһы булдың.

25Хәҙер инде, эй Раббы Аллам, Үҙеңдең ҡолоң һәм уның йорто тураһында әйткәнеңде мәңгелеккә нығыт, нимә әйткән булһаң, шуны бойомға ашыр. 26Һинең исемең мәңгелек данға күмелһен, «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы – Исраилдың Аллаһы!» – тиһендәр. Ҡолоң Дауыттың йорто Һинең алдыңда ҡаҡшамаҫлыҡ булып торһон.

27Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы! Һин Үҙеңдең ҡолоңа: «Йорт төҙөрмөн», – тип әйткәйнең. Шуға күрә мин ҡолоң бөтә йөрәгем менән Һиңә ошо доғамды юлларға баҙнат иттем. 28Эй Раббы Хакимым! Һин – Аллаһың, Һинең әйткән һүҙҙәрең хаҡтыр! Үҙеңдең ҡолоңа ана шундай игелек вәғәҙә иттең! 29Хәҙер инде ҡолоңдоң йортона фатихаңды бирһәңсе, ул һәр ваҡыт Һинең хозурыңда булһын. Раббы Хакимым, был хаҡта Һин Үҙең әйттең, һәм Һинең ошо фатихаң менән ҡолоңдоң йорто мәңгелеккә фатихалы булып ҡалыр.

Copyright information for BakIBT2023