‏ Daniel 7:23-24

23Мин мөрәжәғәт иткән теге зат яуап итеп былай тине:

«Дүртенсе януар шуны аңлата: ерҙә башҡа батшалыҡтарға оҡшамаған дүртенсе батшалыҡ барлыҡҡа килер һәм донъялағы бөтә нәмәне ялмап ашап, тапап һәм емереп барыр.
24Ә ун мөгөҙ түбәндәгене белдерә: был батшалыҡта ун батша күтәрелеп сығыр, шунан элеккеләренә оҡшамаған йәнә бер батша пәйҙә булып, ул тегеләр араһынан өс батшаны ҡолатыр.
Copyright information for BakIBT2023