Deuteronomy 16:1-8
Ҡотҡарылыу байрамы
1Авив айында, Аллаң Раббыны ололап, Ҡотҡарылыу байрамын үткәр, сөнки Ул ошо айҙа төндә һине Мысырҙан алып сыҡты. 2Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ваҡ һәм эре малдан Аллағыҙ Раббыға Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбандары сал. 3Ҡорбан ите менән бергә әсетеп бешерелгән икмәк ашама. Һин Мысырҙан бик ашығыс сығып киттең һәм, был көндө ғүмер буйы иҫтә тотоу өсөн, ете көн буйы сөсө ҡамырҙан бешкән икмәк – «хәсрәт икмәге» аша. 4Ете көн буйы илегеҙҙә бер ниндәй әсетке булмаһын. Тәүге көндөң кисендә салынған ҡорбаныңдан иртәнгә бер киҫәк ит тә ҡалмаһын. 5Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанын Аллаң Раббының һеҙгә бирәсәк ҡалаларының теләһә ҡайһыһында килтерә алмайһың. 6Һин уны Аллаң Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында ғына сал. Ҡорбанды һин нәҡ Мысырҙан сығып киткән ваҡытта – кис ҡояш байығанда сал. 7Итте Аллаң Раббы һайлаған урында бешереп аша, иртәгәһенә сатырыңа ҡайт. 8Алты көн буйы сөсө икмәк аша. Ә етенсе көндө Аллаң Раббы өсөн изге йыйын ойоштор һәм бер нәмә лә эшләмә.
Copyright information for
BakIBT2023