‏ Deuteronomy 25:5-6

5Әгәр ағалы-энеле бергә йәшәп, береһе балаһы булмайынса үлеп китһә, уның тол ҡатыны ситкә кейәүгә сығырға тейеш түгел. Ҡәйнеше уға өйләнһен һәм уның менән йәшәһен. Шулай итеп, ул үлгән туғанының ҡатыны алдындағы бурысын үтәр. 6Ә ул ҡатын тапҡан беренсе ир бала үлгән туғанының исемен ала. Уның исеме Исраилда юғалып ҡалмаһын тип эшләнә был.
Copyright information for BakIBT2023