Exodus 10:21-22
Дөм ҡараңғылыҡ
21Раббы Мусаға: – Ҡулыңды күккә күтәр, – тине. – Шул саҡ бөтә Мысыр ерен ҡараңғылыҡ ҡаплар, күҙгә төртһәң, күренмәҫлек булыр. 22Муса ҡулын күккә күтәрҙе – өс көнгә тотош Мысыр еренә ҡуйы ҡараңғылыҡ ятты.
Copyright information for
BakIBT2023