Exodus 12:1-27
Ҡотҡарылыу байрамы
1Мысыр ерендә Раббы Муса менән Һарунға былай тине: 2– Был ай һеҙҙең өсөн йылдың тәүге айы, йыл башы булһын. 3Бөтә Исраил йәмғиәтенә әйтегеҙ, ошо айҙың унынсы көнөндә һәр ғаиләнең башлығы үҙ өйөндәге кешеләр өсөн бер бәрәс алһын. 4Ғаилә бер бәрәсте ашап бөтөрлөк түгел икән, йән башына ҡарап, кемдең күпме ашауын иҫәпләп, яҡын күршеһе менән уртаҡлашып алһын. 5Был иркәк мал кәмселекһеҙ, бер йәшлек һарыҡ йәки кәзә бәрәсе булырға тейеш. 6Уны ошо айҙың ун дүртенсе көнөнә тиклем тотоғоҙ ҙа, эңер төшөүгә, Исраил йәмғиәтенән булған һәммәһе уларҙы һуйырға 7һәм бәрәстең ҡанын ите ашалаһы өй ишегенең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөргә тейеш. 8Итте шул уҡ төндө утта ҡурып, сөсө икмәк, әскелтем үләндәр ҡушып ашаһындар. 9Был итте сей көйө йә һыуҙа бешереп түгел, башы-тояҡтары һәм эске ағзалары менән бергә утта ҡурып ашағыҙ. 10Итте иртәнгә тиклем ҡалдырмағыҙ. Артып ҡалһа, утҡа һалып яндырығыҙ. 11Уны ошолай ашағыҙ: билегеҙ быуылған, аяғығыҙға кейелгән булһын. Таяғығыҙ ҡулығыҙҙа көйө, юлға әҙер булып, ашығып-ҡабаланып ашағыҙ уны. Был – Раббы хөрмәтенә үткәрелә торған Ҡотҡарылыу байрамының ▼▼ Ҡотҡарылыу байрамының йәһүд телендәге атамаһы «песах» – «ситләтеп үтеү» тигән мәғәнәләге «пасах» һүҙенә оҡшаған.
ҡорбаны. 12Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы. 13Өйөгөҙҙөң ишегенә һөртөлгән ҡан Минең өсөн билдә булыр: шул ҡанды күреп, һеҙҙе ситләтеп үтермен. Мысырҙарҙы язалаған сағымда һеҙгә бер ниндәй ҙә зыян теймәҫ. 14Был көн һеҙҙең өсөн иҫтәлекле көн булһын: уны быуындан-быуынға Раббының байрамы итеп билдәләгеҙ. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә. Сөсө икмәк байрамы
15Ете көн буйы сөсө икмәк ашағыҙ. Тәүге көндән үк өйөгөҙҙән әсетке китһен. Ошо ете көн эсендә әсе икмәктән ауыҙ иткән һәр кем Исраил халҡы араһынан ҡыуылыр. 16Беренсе һәм етенсе көндә изге йыйын үткәрелһен. Был ике көндә һис кем бер нәмә лә эшләмәһен, бары тик үҙенә ризыҡ ҡына әҙерләргә мөмкин. 17Сөсө икмәк байрамы үткәрегеҙ. Нәҡ ошо көн барсағыҙҙы, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарҙым. Был көн быуындан-быуынға байрам ителһен. Был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә. 18Тәүге айҙың ун дүртенсе кисенән башлап егерме беренсе кисенә тиклем сөсө икмәк ашағыҙ. 19Ете көн буйы өйөгөҙҙә әсетке булмаһын, был көндәрҙә әсе икмәк ашаған зат, кем генә булһа ла – килмешәкме ул, әллә ерле кешеме – Исраил йәмғиәтенән ҡыуылыр. 20Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, әсеткеле икмәк түгел, ә сөсө икмәк кенә ашарға тейешһегеҙ.Тәүге Ҡотҡарылыу байрамы
21Муса Исраилдың бөтә аҡһаҡалдарын саҡырып алды ла: – Барығыҙ, ғаиләләрегеҙ өсөн бәрәс һайлап алығыҙ ҙа Ҡотҡарылыу байрамы хөрмәтенә салығыҙ, – тине. – 22Шунан бер бәйләм майағас үләнен һауытҡа ағыҙып алынған ҡанға манып, ошо ҡанды ишектең ике яңағына, ҡашағаһына һөртөгөҙ. Иртәнгә тиклем бер кем дә өйөнән сыҡмаһын. 23Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ. 24Үҙегеҙ ҙә, нәҫелегеҙ ҙә ошо күрһәтмәне үтәргә тейеш, был һеҙгә – мәңгелек ҡағиҙә. 25Раббы һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ергә барып төйәкләнгәс тә ошо йоланы тотор булығыҙ. 26Балаларығыҙ һеҙҙән: «Был һеҙҙең өсөн ниндәй йола ул?» – тип һорағанда, 27һеҙ уларға: «Был – Ҡотҡарылыу байрамында Раббыға килтерелә торған ҡорбан. Сөнки Раббы мысырҙарҙы ҡазалаған саҡта исраилдарҙың өйҙәрен ситләтеп үтте. Раббы мысырҙарҙы үлтерҙе, беҙҙең ғаиләләрҙе ҡотҡарып ҡалды», – тип әйтегеҙ. Шул саҡ халыҡ теҙләнеп сәждә ҡылды.
Copyright information for
BakIBT2023