‏ Exodus 12:31-41

Мысырҙан китеү

31Шул уҡ төндө фирғәүен Муса менән Һарунды саҡыртып алды ла уларға:

– Барығыҙ, халҡым араһынан китегеҙ! Үҙегеҙ ҙә, бөтә Исраил халҡы ла китһен, әйткәнегеҙсә, Раббығыҙға ғибәҙәт ҡылығыҙ.
32Үҙегеҙ һорағанса, мал-тыуарығыҙҙы – эреһен дә, вағын да – алығыҙ ҙа китегеҙ. Ә миңә фатиха ҡылығыҙ.

33Мысырҙар исраилдарҙы тиҙерәк сығып китергә ашыҡтырҙы; юғиһә һәммәбеҙ ҙә харап булабыҙ, тип ҡурҡты.

34Әсетке һалып өлгөрмәгән ҡамырын күтәреп алды Исраил халҡы – икмәк күнәктәрен кейемгә төрөп, иңбаштарына ултыртты. 35Исраил халҡы Муса ҡушҡанса эшләне – мысырҙарҙан алтын-көмөш әйберҙәр, кейем-һалым һорап алды. 36Раббы мысырҙарҙа Исраил халҡына ҡарата миһырбан уятты – улар исраилдар нимә һораһа, шуны бирҙе. Исраил халҡы мысырҙарҙы талап китте.

37Исраил халҡы Рағмесес ҡалаһынан Суккоҫҡа табан юлланды. Ҡатын-ҡыҙҙар менән бала-сағаны иҫәпләмәгәндә, Мысырҙан алты йөҙ меңләп йәйәүле ир-ат, 38улар менән бергә бик күп сит халыҡ, көтөү-көтөү кәзә-һарыҡ, һыйыр малы сыҡты. 39Уларға Мысырҙан алып сыҡҡан ҡамырҙан сөсө икмәк генә бешерергә тура килде, сөнки ҡамыр әсеткеһеҙ ине. Улар бит илдән ҡыуылып сыҡты, ҡабаланып, юлда ашарға ризыҡ әҙерләп тә өлгөрмәне.

40Исраил халҡы Мысырҙа дүрт йөҙ утыҙ йыл ғүмер итте. 41Тап дүрт йөҙ утыҙ йыл тулған көндө Раббының бөтә ғәскәре Мысыр еренән сыҡты.
Copyright information for BakIBT2023