‏ Exodus 19:12-13

12Кешеләр өсөн, тауҙы уратып, сик һыҙығы һыҙ. Әйт, тауға менеүҙән һаҡланһындар, хатта уның итәгенә лә яҡын килмәһендәр. Тауға ҡағылған һәр кем үлтерелер. 13Тауға ҡағылған затҡа иһә ҡул менән тотонмағыҙ, уны таш бәреп йә уҡтан атып үлтерегеҙ. Тауға ҡағылған йән эйәһе – хайуанмы ул, кешеме – тере ҡалырға тейеш түгел. Оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртҡан мөгөҙ борғо тауышын ишеткәс кенә улар тауға күтәрелә алыр.

Copyright information for BakIBT2023