Exodus 26:31-33
31Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡ та оҫта итеп кируб һүрәттәре сик. 32Уны сәрүәр ағасынан эшләнеп, алтын менән көпләнгән дүрт бағананың алтын ырғаҡтарына эл. Был бағаналар дүрт көмөш төптә торһон. 33Пәрҙәне сатыр түбәһендәге ҡаптырмаларға эл дә Килешеү һандығын пәрҙә эсенә ҡуй. Был пәрҙә Мөҡәддәс урын менән Иң мөҡәддәс урынды айырып торһон.
Copyright information for
BakIBT2023