‏ Exodus 3:1-10

Алланың Мусаны саҡырыуы

1Муса ҡайныһы, мидйән ҡаһины Итроның
Итро – Реғуилдың икенсе исеме (ҡарағыҙ: 2:18).
һарыҡтарын көтә ине. Бер көн ул, көтөүен йыраҡ сүлгә ҡыуып, Алла тауы Хоревҡа барып сыҡты.
2Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде.

Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе.

3– Барып ҡарайым әле, – тине ул үҙ-үҙенә. – Был ни хикмәт? Нишләп ҡыуаҡ янып бөтмәй?

4Раббы, Мусаның яҡын килгәнен күреп, ҡыуаҡ эсенән:

– Муса, Муса! – тип өндәште.

– Эйе, мин, – тине тегеһе.

5Алла:

– Бында яҡын килмә. Аяҡ кейемеңде сис, сөнки һин баҫып торған урын – мөҡәддәс ер, – тине. Шунан Ул Мусаға:

6– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине.

Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.

7Раббы Мусаға:

– Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.
8Шуға күрә уларҙы мысырҙарҙан ҡотҡарырға тип төштөм. Был илдән сығарып, һөт һәм бал ағып ятҡан иркен, күркәм ергә – ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, перизиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр еренә алып барасаҡмын. 9Эйе, Исраил халҡының аһ-зарҙары Миңә килеп етте: уларҙың мысырҙарҙан иҙелгәндәрен күреп-белеп торам. 10Шуға күрә лә, бар! Мин һине фирғәүен янына ебәрәм: халҡым исраилдарҙы Мысырҙан алып сыҡ!

Copyright information for BakIBT2023