‏ Exodus 32:31-33

31Муса, Раббы янына ҡабат барып:

– Был халыҡтың гонаһы ҡот осҡос ауыр: улар үҙҙәренә алтындан илаһ яһаған, – тине. –
32Инде ялбарам, уларҙың гонаһтарын ғәфү итә күр. Ярлыҡамаҫ булһаң, яҙып ҡуйған китабыңдан исемемде юйып ташла.

33– Кем Миңә ҡаршы гонаһ эшләгән, шуның исемен китабымдан юйырмын, – тип яуапланы Раббы. –
Copyright information for BakIBT2023