Exodus 7:20-21
20Муса менән Һарун Раббы ҡушҡанса эшләне. Фирғәүен һәм уның хеҙмәтселәренең күҙ алдында Һарун таяғы менән Нил һыуына һуҡҡайны – йылғалағы бөтә һыу ҡанға әйләнде. 21Нилдағы балыҡ ҡырылды, йылға шул хәтле һаҫыны, Мысыр халҡы унан һыу эсә алмаҫ булды. Бөтә Мысыр ерендә ҡан ине.
Copyright information for
BakIBT2023