Ezekiel 1:5-10
5Ут эсендә дүрт йән эйәһе күрҙем. Уларҙың күренеше былай: ҡиәфәттәре менән әҙәмгә оҡшағандар, 6ләкин һәр береһенең дүрт йөҙө, дүрт ҡанаты бар. 7Аяҡтары төҙ, аяҡ остары башмаҡ тояғы һымаҡ. Улар ялтыратылған баҡыр кеүек йылҡылдап тора. 8Ҡанаттары аҫтында дүрт яҡтан кешенеке һымаҡ ҡулдары бар. Дүртеһенең дә йөҙҙәре һәм ҡанаттары былай: 9ҡанаттары бер-береһенә тейеп тора. Йөрөгәндә был йән эйәләре боролмай, йөҙҙәре ҡайһы яҡҡа ҡарай, шул яҡҡа бара. 10Йән эйәләренең йөҙҙәренә килгәндә, улар дүрт төрлө: алғы яҡта – кеше йөҙө, уң яҡта – арыҫлан, һул яҡта – үгеҙ һәм арт яҡта бөркөт йөҙө ине.
Copyright information for
BakIBT2023