Ezekiel 2:8-10
8Һин иһә, эй әҙәм улы, Минең әйткәндәремде тыңла! Был фетнәсел нәҫел кеүек тиҫкәре булма. Ауыҙыңды ас, һиңә биргәнемде аша! 9Ҡарағайным, үҙемә табан һуҙылған бер ҡул күрҙем. Унда төргәк китап бар ине. 10Ул алдымда төргәкте тағатты, уның ике яғы ла яҙыулы ине. Унда илау, һыҡтау һәм иңрәү һүҙҙәре яҙылғайны.
Copyright information for
BakIBT2023