‏ Ezekiel 26

Тир ҡалаһына ҡаршы пәйғәмбәрлек

1Һөргөндә булғаныбыҙҙың ун беренсе йылында, айҙың беренсе көнөндә миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы! Йәрүсәлим тураһында Тир ҡалаһы: «Әһә, әһә! Халыҡтар ҡапҡаһы булған ҡала емерелде, ҡапҡалары миңә асылды. Инде ул бушап ҡалғанда, мин байып китәсәкмен», – тигәйне. 3Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Эй Тир, Мин һиңә ҡаршымын. Диңгеҙ үҙенең тулҡындарын ҡалҡытҡан һымаҡ, Мин һиңә ҡаршы бик күп халыҡтарҙы ҡалҡытасаҡмын. 4Улар Тирҙың диуарҙарын емерер, манараларын ватыр. Мин иһә хатта емереклектәренең туҙанын да һепереп түгәсәкмен һәм уны яланғас ҡаяға әйләндерәсәкмен. 5Тир диңгеҙҙең уртаһында балыҡсыларҙың ауҙарын йәйеп киптерә торған урын булыр. Мин шулай тип әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тир ҡәүемдәр өсөн яумал буласаҡ. 6Тирға ҡараған ауылдарҙа йәшәгәндәр ҡылыстан үткәреләсәк. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».

7Раббы Хаким былай ти: «Батшаларҙың батшаһы Бабил хакимы Навуходоносорҙы аттары, яу арбалары, һыбайлылары, бөйөк ғәскәре һәм күп һанлы халҡы менән төньяҡтан Тирға килтерәсәкмен. 8Эй Тир, ул һиңә ҡараған ауылдарҙа йәшәгәндәрҙе ҡылыстан үткәрер, һине уратып, ҡамау убалары яһар, тупраҡ өйөр, ҡалҡандарын күтәрер. 9Диуарҙарыңды емергес ҡоралдар менән дөмбәҫләр, манараларыңды балта менән емерер. 10Иҫәпһеҙ-һанһыҙ ат тояҡтары күтәргән саң-туҙан ҡаплап алыр һине. Диуарҙарында тишек асылған ҡалаға бәреп ингәндәгеләй, ҡапҡаларыңдан кергән сағында һыбайлыларҙың, тәгәрмәстәрҙең, яу арбаларының дөбөрҙәүенән диуарҙарың дер һелкенеп торор. 11Аттарының тояҡтары менән урамдарыңды иҙә тапап бөтөр, халҡыңды ҡылыстан үткәрер һәм һинең ҡеүәтле бағаналарыңды ергә ҡолатыр. 12Байлығыңды талап алырҙар, тауарҙарыңды урларҙар, диуарҙарыңды емерерҙәр, матур йорттарыңды ватырҙар, таштарыңды, бүрәнәләреңде, хатта һинән ҡалған саң-туҙанды ла диңгеҙгә ырғытырҙар.

13Мин һиндәге йыр тауышын туҡтатырмын, арфаңдың моңдары ишетелмәҫ. 14Һине яланғас ҡаяға әйләндерермен, ауҙарҙы йәйеп киптерә торған урын булып ҡалырһың, ҡабат төҙөлмәҫһең. Мин, Раббы, әйттем быны», – тип белдерә Раббы Хаким.

15Раббы Хаким Тирға былай ти: «Һиндә ҡыйралыш барғанда, емерелеү тауышынан, яралыларҙың ыңғырашыуынан диңгеҙ буйындағы ерҙәр тетрәнмәҫме? 16Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр. 17Улар һинең хаҡта һыҡтау йырын көйләр:

„Эй даның таралған, диңгеҙселәр төйәкләнгән ҡала,
Һин һәләк булдың!
Һин һәм һиндә йәшәүселәр
Диңгеҙҙә иң ҡөҙрәтле инегеҙ,
Бар халыҡты дәһшәткә һалдығыҙ.
18Бөгөн, һин ҡолаған көндә,
Яр буйҙары дер һелкенә.
Диңгеҙҙәге утрауҙар
Һәләкәтеңдән ҡурҡыуға ҡалды“».

19Раббы Хаким былай ти: «Һине кешеһеҙ ҡалған ҡалалар кеүек емерек ҡалаға әйләндергәс, төпһөҙ диңгеҙҙәрҙе өҫтөңә түңкәргәс, ҡалын һыу ҡатламы аҫтында ҡалдырғас, 20Мин һине үлем соҡорона төшкәндәр менән берлектә боронғо замандарҙа йәшәгәндәр янына төшөрәм. Мин һине түбәнге донъяла, мәңгелек харабалар араһында, үлем соҡорона төшөүселәр араһында төйәкләндерәм. Башҡаса һиндә кеше йәшәмәҫ, һәм тереләр донъяһында урын таба алмаҫһың. 21Ахырыңды ҡурҡыныс итәсәкмен. Һин юҡҡа сығырһың. Һине эҙләрҙәр, әммә һис ҡасан таба алмаҫтар», – тип белдерә Раббы Хаким.

‏ Ezekiel 27

Тир ҡалаһы өсөн һыҡтау

1Миңә Раббы һүҙе булды:

2– Инде һин, эй әҙәм улы, Тир ҡалаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. 3Диңгеҙ буйындағы илдәр, күп халыҡтар менән сауҙа иткән, диңгеҙ ҡапҡаһында урынлашҡан Тир ҡалаһына әйт, Раббы Хаким былай ти:

«Эй Тир!
„Гүзәллектә мин камилмын“, – тинең.
4Диңгеҙҙәр ҡуйынында ине биләмәң.
Төҙөүселәрең күркәмлегеңде камил иткән.
5Барлыҡ таҡталарыңды
Сенир кипаристарынан яһанылар.
Мачтаңды эшләү өсөн
Ливандан кедр алдылар.
6Ишкәктәрең – Башан имәненән;
Палубаң фил һөйәге менән биҙәлгән,
Киттим ярҙарынан килтерелгән
Кипарис ағасынан яһалған.
7Елкәндәрең Мысырҙың нағышлы нәфис етененән ине,
Улар һиңә байраҡ булып хеҙмәт итте.
Япмаларың Әлиша ярҙарынанкилтерелгән
Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл туҡыманан булды.
8Ишкәксене Сидон менән Аруадтан ялланың;
Үҙеңдәге оҫта әҙәмдәрең, эй Тир,
Кәмәселәрең булды.
9Кәмә ярыҡтарын ямар өсөн
Гевалдың тәжрибәле оҫталары бар ине.
Диңгеҙҙәге барса кәмәләр һәм диңгеҙселәр
Алыш-биреш өсөн һиңә килде.
10Фарсы, Луд, Пут яугирҙәре
Ғәскәреңдә хеҙмәт итте.
Ҡалҡандарын, торҡаларын
Ҡабырғаларыңа аҫтылар,
Һиңә йәм өҫтәнеләр.

11Аруад һәм Хейлех улдары
Диуарҙарыңды һаҡланы.
Ғаммадтар манараларыңда торҙо.
Диуарҙарыңды уратып, ҡалҡандарын элде,
Күркәмлегеңә биҙәк өҫтәне.
12Һәр төрлө байлығың күп булғанға,
Таршиш һинең менән сауҙа итте.
Тауарҙарың өсөн көмөш,
Тимер, аҡ һәм ҡара ҡурғаш бирҙе.
13Яуан, Тувал һәм дә Мәшәх
Һинең менән сауҙа итте.
Тауарҙарыңды ҡолдарға,
Баҡыр һауыт-һабаға алмашты.
14Бейт-Тогарма халҡы тауарҙарың өсөн
Йылҡы малы, яу аттары һәм ҡасырҙар бирҙе.
15Дедандар һинең менән сауҙалашты.
Яр буйҙарының күп халыҡтары алыш-биреш итте.
Һинән алғандарға яуап итеп,
Фил һөйәге, ҡара ағас килтерҙе.
16Тауарҙарың күп булғанға күрә,
Арам һинең менән сауҙа итте.
Әйберҙәрең өсөн ҡарағусҡыл ҡыҙыл,
Нағышлы һәм нәфис етен туҡымалар,
Фирүзә, мәрйен һәм ҡыҙыл яҡут бирҙе.
17Йәһүҙә һәм Исраил сауҙа итте:
Тауарҙарың өсөн Минниҫ бойҙайы,
Татлы ризыҡ менән бал,
Зәйтүн майы менән бәлзәм бирҙе.
18Сикһеҙ байлыҡтарың, тауарҙарың мул булғанға
Һинең менән Дамаск сауҙа ҡорҙо:
Хелбон шарабы менән Сахар йөнө һатты,
19Узалдың мискәле шарабы менән түләне.
Һиңә килтерелгән тауар араһында
Сүкелгән тимер, кассия,
Хуш еҫле ҡамыш бар ине.
20Дедан һинең тауарҙарың өсөн
Эйәр япмалары бирҙе.
21Ғәрәбстан сауҙагәрҙәре, Ҡыдар хакимдары
Һинең сауҙалашың булды:
Бәрәс, һарыҡ, кәзә тәкәләре менән алыш-биреш итте.
22Шева һәм Рағма сауҙагәрҙәре
Хуш еҫле матдәләрҙең иң яҡшылары,
Аҫыл таштар менән һатыу итте,
Тауарҙарың өсөн алтын бирҙе.
23Харан, Канне, Ғеден ҡалалары,
Шева сауҙагәрҙәре, Ашшур, Килмад сауҙа итте.
24Улар баҙарҙарыңда
Затлы кейемдәр, сыбар келәмдәр,
Нағышлы зәңгәр туҡымалар,
Ҡаты итеп ишелгән арҡандар һатты.
25Таршиш караптары тауарҙарыңды ташыны.
Диңгеҙҙәр уртаһында байыҡтың,
Дан-шөһрәт ҡаҙандың.

26Ишкәкселәрең һине асыҡ диңгеҙгә алып инде.
Көнсығыш елдәре иһә
Диңгеҙҙәр ҡуйынында емереп ташланы.
27Байлыҡтарың, тауарҙарың, мал-мөлкәтең,
Диңгеҙселәрең һәм кәмәселәрең,
Ярыҡтарыңды ямаусы оҫталар,
Сауҙагәрҙәрең, һуғышсыларың,
Һиндәге барса халыҡ
Һиңә ҡаза килгән көндә
Диңгеҙ төбөнә китәсәк.
28Кәмәселәреңдең ҡысҡырыуынан
Яр буйҙары тетрәйәсәк.
29Ишкәкселәр кәмәләрҙе ташлар;
Диңгеҙселәр, кәмәселәр ярға сығыр.
30Ҡысҡырышып, һыҡтап, һинең өсөн
Улар әсенешеп илар.
Баштарына тупраҡ һибеп,
Көлдә аунай-аунай ҡайғырыр.
31Баштарын тап-таҡыр итеп ҡырыр,
Ҡайғы кейемен кейер.
Һинең өсөн хәсрәтләнеп,
Әрнеп-әрнеп йәш түгер.
32Улар иңрәп һинең өсөн илар,
Ҡайғырышып һыҡтау йыры һуҙыр:
„Диңгеҙ уртаһында емерелгән
Тир ҡалаһы кеүек тағы бармы?“
33Тауарҙарың диңгеҙҙәр аша килгәндә,
Бик күп халыҡтарҙың тамағын туйҙырҙың.
Сикһеҙ зиннәттәрең, сауҙаң менән
Донъялағы батшаларҙы байыттың.
34Инде һине диңгеҙ тәрәнлеге емергәс,
Тауарҙарың һәм һиндәге кешеләрең
Үҙең менән бергә һыу төбөнә китте.
35Диңгеҙ буйы халыҡтарының барыһы
Һинең тәҡдиреңә тетрәнде.
Уларҙың батшаларының ҡото осто,
Ҡурҡыштан сырайҙары боҙолдо.
36Халыҡтарҙың сауҙагәрҙәре һыҙғырҙы,
Ахырың ҡурҡыныс булды,
Һин мәңгегә юҡҡа сыҡтың».

‏ Ezekiel 28:1-23

Тирҙың хакимына ҡаршы пәйғәмбәрлек

1Миңә Раббы һүҙе булды:

2– Эй әҙәм улы, Тирҙың хакимына әйт! Раббы Хаким былай ти:

«Һин тәкәбберләнеп киттең:
„Мин – алламын,
Диңгеҙҙәрҙең ҡуйынында
Алла тәхетендә ултырам“, – тинең.
Аҡылың менән үҙеңде
Аллаға тиңмен тип һанаһаң да,
Һин алла түгел, әҙәмһең.
3Эйе, Даниилдан аҡыллыраҡһың;
Һинән йәшерен бер ниндәй сер юҡ.
4Зирәклегең һәм зиһенең менән
Үҙеңә байлыҡ тупланың,
Хазина һаҡлағысыңды
Алтын-көмөш менән тултырҙың.
5Сауҙаға һәләтең менән
Зиннәттәреңде арттырҙың.
Әммә байлығың арҡаһында тәкәбберләндең.

6Шуға күрә Раббы Хаким былай ти:

Аҡылың менән үҙеңде
Аллаға тиңмен тип һанаған өсөн,
7Һиңә ҡаршы Мин яттарҙы,
Ҡәүемдәрҙең яуыздарын ебәрәм;
Күркәмлегеңә, аҡылыңа ҡаршы улар
Ҡылыстарын ҡындан һурасаҡ,
Гүзәллегеңде нәжесләйәсәк.
8Һине ҡәбергә төшөрәсәктәр,
Һин диңгеҙҙәр ҡуйынында
Ҡурҡыныс үлемдән һәләк буласаҡһың.
9Шул саҡ йәнеңде ҡыйыусы ҡаршыһында
„Мин – алла“тип әйтерһеңме?
Һине үлтергәндәрҙең ҡулында
Һин – алла түгел, әҙәмһең.
10Һин яттарҙың ҡулынан
Сөннәтһеҙҙәр әжәле менән үлерһең.
Мин, Раббы, әйттем быны», – тип белдерә Раббы Хаким.

Тир батшаһының ҡолаясағы тураһында

11Миңә Раббы һүҙе булды:

12– Эй әҙәм улы, Тир батшаһы тураһында һыҡтау йыры йырла. Әйт уға, Раббы Хаким былай ти:

«Һин камиллыҡтың мөһөрө,
Аҡылдың бөтөнлөгө,
Гүзәллектең тажы инең.
13Һин Ғедәндә – Алла баҡсаһында – инең;
Аҫыл таштар менән биҙәлгәйнең:
Ҡыҙыл яҡут, хризолит, алмас,
Һары яҡут, оникс, йәшмә,
Зәңгәр яҡут, фирүзә һәм зөбәржәт –
Барыһы ла алтын менән тирәсләнгән.
Улар яратылған көнөңдә үк әҙер ине.
14Һине, ҡанаттары йәйелгән кирубты,
Ҡурсалаусы итеп билдәләнем,
Алланың изге тауында булдың,
Янар таштар араһында гиҙҙең.
15Яратылған көнөңдән алып,
Яуызлығың табылғанға тиклем
Һин тоғро юлдан йөрөнөң.
16Сауҙаң арта барған һайын
Яуызлыҡҡа тулдың, гонаһ ҡылдың.
Шуға күрә нәжес әйбер кеүек
Һине Алла тауынан бырғаным,
Янар таштар араһынан ҡыуҙым
Эй һин, ҡурсалаусы кируб!
17Матурлығыңа маһайып эреләндең,
Балҡышыңдан юйылды аҡылың.
Шуға күрә һине ергә бәрҙем;
Батшалар алдында хур иттем.
18Һин үҙеңдең сикһеҙ гонаһтарың,
Сауҙаңдағы күп ғәҙелһеҙлегең менән
Изге урындарыңды нәжесләнең.
Мин эсеңдән ут сығарҙым –
Ул һине яндырып юҡ итте.
Барыһының күҙ алдында
Һине көлгә әйләндерҙем.
19Һине белгән бар халыҡтар
Һәләкәтеңә тетрәнде.
Ахырың ҡурҡыныс булды,
Һин мәңгегә юҡҡа сыҡтың».

Сидон ҡалаһына ҡаршы пәйғәмбәрлек

20Миңә Раббы һүҙе булды:

21– Эй әҙәм улы, йөҙөңдө Сидонға табан бор, уға ҡаршы пәйғәмбәрлек ит. 22Әйт, Раббы Хаким былай ти:

«Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам!
Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын:
Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас,
Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас,
Раббы икәнемде беләсәктәр.
23Мин һиңә ҡырғын ебәрәсәкмен,
Урамдарыңда ҡан ағыҙасаҡмын.
Һәр яҡтан эҙәрләүсе ҡылыстан ҡырылғандар
Ҡала уртаһында йығыласаҡ.
Шунда Минең Раббы икәнемде бөтәһе лә беләсәктәр».
Copyright information for BakIBT2023