‏ Ezekiel 26:16-17

16Диңгеҙ буйындағы илдәрҙең барса хакимдары тәхеттәренән төшөр, сапандарын, нағышлы кейемдәрен сисер – улар дәһшәткә сорналыр. Улар ҡурҡышып ергә ултырыр һәм, һинең яҙмышың хаҡында уйлап, тетрәнешеп хайран булыр. 17Улар һинең хаҡта һыҡтау йырын көйләр:

„Эй даның таралған, диңгеҙселәр төйәкләнгән ҡала,
Һин һәләк булдың!
Һин һәм һиндә йәшәүселәр
Диңгеҙҙә иң ҡөҙрәтле инегеҙ,
Бар халыҡты дәһшәткә һалдығыҙ.
Copyright information for BakIBT2023