‏ Ezekiel 48:31-35

31өс ҡапҡа булыр – Рәүвән, Йәһүҙә, Леви ҡапҡалары. Ҡаланың ҡапҡалары Исраил ырыуҙарының исемдәре менән аталыр. 32Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көнсығыш яҡта өс ҡапҡа – Йософ, Бинйәмин, Дан ҡапҡалары – булыр. 33Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көньяҡ диуарҙа өс ҡапҡа – Шимғон, Исасхар, Зевулун ҡапҡалары – булыр. 34Дүрт мең биш йөҙ терһәк оҙонлоҡтағы көнбайыш яҡта өс ҡапҡа – Ғад, Ашер, Нафтали ҡапҡалары – булыр.

35Ҡаланың әйләнәһе ун һигеҙ мең терһәк булыр. Ҡала шул көндән алып «Йәһүә шамма»
Йәһүә шамма – йәһүд телендә «Раббы бында» тигән мәғәнәлә.
тип аталыр.

Copyright information for BakIBT2023