‏ Ezra 2

Һөргөндән ҡайтҡандарҙың исемлеге

1Бына өлкәнең Бабил батшаһы Навуходоносор Бабилға алып киткән һәм әле һөргөн әсирлегенән Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәгә, һәр береһе үҙ ҡалаһына әйләнеп ҡайтҡан кешеләре. 2Уларҙы Зеруббавел, Йешуағ, Нөхәмияһ, Сераяһ, Реғелаяһ, Мордехай, Билшан, Миспәр, Бигуай, Рехум һәм Бағана алып килде.

Бына ул исраилдарҙың исемлеге:

3Парғош нәҫеленән – ике мең йөҙ етмеш ике кеше; 4Шефатъяһ нәҫеленән – өс йөҙ етмеш ике кеше; 5Арах нәҫеленән – ете йөҙ етмеш биш кеше; 6Пахаҫ-Моав нәҫеленән Йешуағ менән Йоав тармағы – ике мең һигеҙ йөҙ ун ике кеше; 7Ғелам нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше; 8Затту нәҫеленән – туғыҙ йөҙ ҡырҡ биш кеше; 9Заккай нәҫеленән – ете йөҙ алтмыш кеше; 10Бани нәҫеленән – алты йөҙ ҡырҡ ике кеше; 11Бевай нәҫеленән – алты йөҙ егерме өс кеше; 12Ғазгад нәҫеленән – бер мең ике йөҙ егерме ике кеше; 13Адониҡам нәҫеленән – алты йөҙ алтмыш алты кеше; 14Бигуай нәҫеленән – ике мең илле алты кеше; 15Ғадин нәҫеленән – дүрт йөҙ илле дүрт кеше; 16Атер нәҫеле Хизкияһ тармағынан – туҡһан һигеҙ кеше; 17Бесай нәҫеленән – өс йөҙ егерме өс кеше; 18Йора нәҫеленән – бер йөҙ ун ике кеше; 19Хашум нәҫеленән – ике йөҙ егерме өс кеше; 20Гиббар нәҫеленән – туҡһан биш кеше.

21Сығышы менән Бейт-Ләхәмдән булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме өс кеше; 22сығышы менән Нетофанан булғандар нәҫеленән – илле алты кеше; 23сығышы менән Ғанаҫоҫтан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше; 24сығышы менән Ғазмауыҫтан булғандар нәҫеленән – ҡырҡ ике кеше; 25сығышы менән Ҡыръяҫ-Еғарим, Кефира һәм Беероҫтан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ ҡырҡ өс кеше; 26сығышы менән Рама һәм Гевағтан булғандар нәҫеленән – алты йөҙ егерме бер кеше; 27сығышы менән Михмастан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ егерме ике кеше; 28сығышы менән Бейт-Ил һәм Ғайҙан булғандар нәҫеленән – ике йөҙ егерме өс кеше; 29сығышы менән Невонан булғандар нәҫеленән – илле ике кеше; 30сығышы менән Магбиштан булғандар нәҫеленән – бер йөҙ илле алты кеше; 31сығышы менән башҡа Ғеламдан булғандар нәҫеленән – бер мең ике йөҙ илле дүрт кеше; 32Харим нәҫеленән – өс йөҙ егерме кеше; 33сығышы менән Лод, Хадид һәм Ононан булғандар нәҫеленән – ете йөҙ егерме биш кеше; 34сығышы менән Йерихонан булғандар нәҫеленән – өс йөҙ ҡырҡ биш кеше; 35Сенаа нәҫеленән – өс мең алты йөҙ утыҙ кеше.

36Ҡаһиндар: Йешуағ нәҫеле Йедағъяһ тармағынан – туғыҙ йөҙ етмеш өс кеше; 37Иммер нәҫеленән – бер мең илле ике кеше; 38Пашхур нәҫеленән – бер мең ике йөҙ ҡырҡ ете кеше; 39Харим нәҫеленән – бер мең ун ете кеше.

40Левиҙәр: Һодауъяһ нәҫеле Йешуағ менән Ҡадмиил тармағынан – етмеш дүрт кеше.

41Ҡорам йырсылары: Асаф нәҫеленән – бер йөҙ егерме һигеҙ кеше.

42Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Атер, Талмон, Ғаҡҡув, Хатита һәм Шовай нәҫелдәренән – барлығы бер йөҙ утыҙ туғыҙ кеше.

43Ҡорам хеҙмәтселәре: Сиха нәҫеле, Хасуфа нәҫеле, Таббағоҫ нәҫеле, 44Ҡирос нәҫеле, Сиғаһа нәҫеле, Падон нәҫеле, 45Левана нәҫеле, Хагава нәҫеле, Ғаҡҡув нәҫеле, 46Хагав нәҫеле, Шалмай нәҫеле, Ханан нәҫеле, 47Гиддел нәҫеле, Гахар нәҫеле, Реаяһ нәҫеле, 48Ресин нәҫеле, Неҡода нәҫеле, Газзам нәҫеле, 49Ғузза нәҫеле, Пасеах нәҫеле, Бесай нәҫеле, 50Асна нәҫеле, Меғуним нәҫеле, Нефусим нәҫеле, 51Бакбук нәҫеле, Хаҡуфа нәҫеле, Хархур нәҫеле, 52Баслуҫ нәҫеле, Мехида нәҫеле, Харша нәҫеле, 53Барҡос нәҫеле, Сисера нәҫеле, Темах нәҫеле, 54Нәсиах нәҫеле, Хатифа нәҫеле.

55Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫелдәре: Сотай нәҫеле, Софәрәҫ нәҫеле, Перуда нәҫеле, 56Яғла нәҫеле, Дарҡон нәҫеле, Гиддел нәҫеле, 57Шефатъяһ нәҫеле, Хаттил нәҫеле, Похәрәҫ-Һассеваим нәҫеле, Ами нәҫеле.

58Ҡорам хеҙмәтселәре менән Сөләймәндең хеҙмәтселәренең нәҫел-нәсәптәренән – барлығы өс йөҙ туҡһан ике кеше.

59Сығышы буйынса Тел-Мелах, Тел-Харша, Керув, Аддан һәм Иммерҙән булған, әммә нәҫелдәре Исраилдан башланғанын иҫбатлай алмаған кешеләр: 60Делаяһ, Товияһ һәм Неҡода нәҫелдәренән – алты йөҙ илле ике кеше.

61Ҡаһиндар нәҫеленән: Ховаяһ нәҫеле, Һаҡҡос нәҫеле, Барзиллай нәҫеле. Барзиллай Ғилғәдтә йәшәгән Барзиллай ҡыҙҙарының береһенә өйләнә лә уның исеме менән йөрөй башлаған була. 62Улар үҙҙәренең нәҫел исемлектәрен эҙләп ҡараны, әммә, таба алмағанлыҡтан, ҡаһинлыҡтан төшөп ҡалдылар. 63Өлкә башлығы уларға: «Урим һәм туммим менән эш иткән ҡаһин килеп хәл иткәнгә тиклем һеҙ Аллаға килтерелгән изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙан ашай алмайһығыҙ», – тине.

64Йәмғиәттә бөтәһе ҡырҡ ике мең өс йөҙ алтмыш кеше иҫәпләнде. 65Был иҫәпкә уларҙың ете мең өс йөҙ утыҙ ете кешенән торған ир һәм ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтселәре, ике йөҙ ир һәм ҡатын-ҡыҙ йырсы инмәй. 66Уларҙың ете йөҙ утыҙ алты аты, ике йөҙ ҡырҡ биш ҡасыры, 67дүрт йөҙ утыҙ биш дөйәһе, алты мең ете йөҙ егерме ишәге бар ине.

68Йәрүсәлимдәге Раббы йортона килгәс, ҡайһы бер нәҫел башлыҡтары Алла йортон нигеҙенән тергеҙеү өсөн хәйер-саҙаҡа бирҙе. 69Үҙҙәренең мөмкинлегенә ҡарап, улар йыйылған хазинаға төҙөлөш өсөн алтмыш бер мең драхма алтын, биш мең мина
Мина – 600 г.
көмөш, ҡаһиндар өсөн йөҙ ҡат кейем бирҙе.

70Ҡаһиндар, левиҙәр, халыҡтың бер өлөшө, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре үҙ ҡалаларында төйәкләнде. Исраилдың ҡалған бөтә халҡы үҙ ҡалаларында йәшәй башланы.

Copyright information for BakIBT2023