Genesis 11:10-26
Шемдан Ибрамғаса
10Бына Шемдың нәҫел шәжәрәһе: туфандан һуң ике йыл үткәс, Шемдың Арпахшад исемле улы тыуҙы. 11Арпахшад тыуғандан һуң, Шем биш йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды. 12Арпахшадҡа утыҙ биш йәш булғанда, уның улы Шелах тыуҙы. 13Шелах тыуғандан һуң, Арпахшад дүрт йөҙ ҙә өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. 14Утыҙ йәшендә Шелахтың улы Ғевәр тыуҙы. 15Ғевәр тыуғандан һуң, Шелах дүрт йөҙ өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. 16Ғевәргә утыҙ дүрт йәш булғанда, улы Пәләг тыуҙы. 17Пәләг тыуғандан һуң, Ғевәр дүрт йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. 18Пәләгкә утыҙ йәш булғанда, улы Реғу тыуҙы. 19Реғу тыуғандан һуң, Пәләг ике йөҙ туғыҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды. 20Реғуға утыҙ ике йәш булғанда, улы Серуг тыуҙы. 21Серуг тыуғандан һуң, Реғу ике йөҙ ете йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды. 22Серугка утыҙ йәш булғанда, улы Нахор тыуҙы. 23Нахор тыуғандан һуң, Серуг ике йөҙ йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды. 24Нахорға егерме туғыҙ йәш булғанда, улы Терах тыуҙы. 25Терах тыуғандан һуң, Нахор йөҙ ҙә ун туғыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. 26Етмеш йәшенән һуң Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран исемле улдары тыуҙы.
Copyright information for
BakIBT2023