Genesis 14:17-20
17Ибрам Кедорлағомерҙы һәм уның яҡлы батшаларҙы ҡыйратып ҡайтып килгәндә, хәҙер Батшалар үҙәне тип йөрөтөлгән Шаүе үҙәнендә уға Содом батшаһы ҡаршы сыҡты. 18Сәлим батшаһы Мәлки-Садиҡ та Ибрамға икмәк менән шарап алып килде. Ул Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины ине. 19Мәлки-Садиҡ Ибрамға фатиха биреп былай тине: – Күк менән ерҙе яратҡанЮғарыларҙан Юғары Алла
Ибрамды мөбәрәк ҡылһын!
20Дошмандарыңды ҡулыңа тапшырған
Юғарыларҙан Юғары Аллаға рәхмәттәр яуһын!
Ибрам уға яумалының ундан бер өлөшөн бирҙе.
Copyright information for
BakIBT2023