Genesis 25:12-16
Исмәғил нәҫеле
12Бына Ибраһим улы Исмәғилдең – Сараның хеҙмәтсеһе мысыр Хәжәрҙән тыуған улының нәҫел шәжәрәһе. 13Исмәғилдең улдарының исемдәре: – баш балаһы Невайоҫ, артабанғылары – Ҡыдар, Адбеил, Мивсам, 14Мишмағ, Дума, Масса, 15Хадад, Тема, Йетур, Нафиш һәм Ҡыдма. 16Исмәғилдең ун ике улы ла үҙ ырыуҙарының юлбашсыһы булды. Был ырыуҙар йәшәгән һәм күсеп йөрөгән урындар уларҙың исемдәре менән аталды.
Copyright information for
BakIBT2023