Genesis 25:29-34
29Бер ваҡыт Яҡуп ашарға бешереп торғанда, Ғаяз арып һунарҙан ҡайтып инде. 30– Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, – тине ул Яҡупҡа. – Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Эдом ▼▼ Эдом – йәһүд телендә «ҡыҙыл» тигән мәғәнәлә.
тигән ҡушамат тағылды.) 31Яҡуп уға: – Тәүҙә һин миңә баш бала булыу ▼▼ Баш бала булыу – баш бала, йәғни иң өлкән ул, атаһының тоҡомон дауам итеүсе булған һәм ҡанун буйынса ул ике өлөш мираҫ алған.
хоҡуғын һат, – тине. 32– Мин хәҙер астан үләм! – тине Ғаяз. – Минең баш бала булыуымдан ни файҙа? 33– Тәүҙә ант ит! – тине Яҡуп. Ғаяз ант итеп Яҡупҡа баш бала булыу хоҡуғын бирҙе. 34Яҡуп Ғаязға икмәк килтерҙе, яҫмыҡтан бешергән ашын ашатты. Ғаяз ашап-эсте лә тороп китте, баш бала булыу хоҡуғына иҫе лә китмәне.
Copyright information for
BakIBT2023