Genesis 35:22-26
22Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының йәриәһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был турала ишетеп белде. Яҡуптың ун ике улы бар ине. 23Лиәнең улдары: Яҡуптың баш балаһы Рәүвән, Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун. 24Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин. 25Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали. 26Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпаның улдары: Ғад һәм Ашер. Былар Яҡуптың Паддан-Арамда тыуған улдары.
Copyright information for
BakIBT2023