Genesis 36:20-28
Сеғирҙың нәҫеле
20Ошо илдә йәшәгән хори Сеғирҙең улдары: Лотан, Шовал, Сивғон, Ғана, 21Дишон, Эсәр һәм Дишан. Былар – Эдом илендә йәшәгән Сеғир нәҫел-нәсәбенең хориҙар тармағы. 22Лотандың улдары: Хори һәм Һемам. Лотандың һеңлеһе Тимнағ ине. 23Шовалдың улдары: Ғалуан, Манахаҫ, Ғевал, Шефо һәм Онам. 24Сивғондың улдары: Айяһ һәм Ғана. Атаһы Сивғондың ишәктәрен көтөп йөрөгәндә сүлдә ҡайнар һыулы инештәр тапҡан кеше ул Ғана. 25Ғананың балалары: Дишон һәм Ғананың ҡыҙы Оһоливама. 26Дишондың улдары: Хәмдан, Әшбан, Иҫран һәм Керан. 27Эсәрҙең улдары: Билһан, Зағауан һәм Ғаҡан. 28Дишандың улдары: Ғус менән Аран.
Copyright information for
BakIBT2023