‏ Genesis 36:31-43

Эдом батшалары

31Былар – исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Эдомда хакимлыҡ иткән батшалар:

32Беғор улы Белағ. Уның ҡалаһы Динһава тип атала. 33Белағ донъя ҡуйғас, Босранан Зерахтың улы Йовав тәхеткә ултыра. 34Йовав мәрхүм булғас, Теман иленән Хушам батша була. 35Хушам вафат булғандан һуң, Моав тигеҙлегендә мидйәндәрҙе тар-мар иткән Бедад улы Һадад батшалыҡ итә, уның ҡалаһы Ғауиҫ тип атала. 36Һадад үлгәс, уның урынына Масреҡанан Самла батша була. 37Самла үлгәс, уның урынына йылға буйындағы Реховоҫтан Шаул батша була. 38Шаул үлгәс, уның урынына тәхеткә Ғахбор улы Бәғел-Ханан батша булып ултыра. 39Ғахбор улы Бәғел-Ханан үлгәс, уның урынына тәхеткә Һадар ултыра. Уның ҡалаһы Пағу, ҡатынының исеме – Меһетавил. Меһетавил – Матредтың ҡыҙы, Мезаһавтың ейәнсәре була.

40Ғаяздан булған тармаҡтарҙың нәҫел-нәсәбенә һәм йәшәгән ерҙәренә күрә исемдәре бына былар: Тимнағ, Ғалуа, Йеҫеҫ, 41Оһоливама, Эла, Пинон, 42Ҡыназ, Теман, Мивсар, 43Магдиил, Ғирам. Эдомда йәшәгән тармаҡтар һәм илдә улар йәшәгән урындар бына шулар.

Эдом халҡының тәүатаһы – Ғаяз.

Copyright information for BakIBT2023