Genesis 6:13-22
13Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым. 14Һин үҙеңә гофәр ▼▼ Гофәр – кипарис һымаҡ сайырлы һәм ылыҫлы ағас.
ағасынан көплө кәмә яһа, уны бүлмәләргә бүл, эсен-тышын ыҫмалалап сыҡ. 15Кәмәнең ҙурлығы былай булһын: оҙонлоғо өс йөҙ терһәк, киңлеге илле терһәк, ә бейеклеге утыҙ терһәк ▼▼ Терһәк – 45 см. Тимәк, кәмәнең ҙурлығы 135х22х13 м.
. 16Кәмәнең өҫкө өлөшөндә бер терһәк асыҡлыҡ ҡалдыр, ҡабырға яҡтан ишек уй. Кәмәнең эсендә аҫҡы, урта, өҫкө ҡаттар булһын. 17Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк. 18Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин. 19Кәмәгә үҙең менән бөтә төр йән эйәләренән аталы-инәле икешәр йәнлек тә ал, улар һинең менән бергә иҫән ҡалһын. 20Һәр төрлө ҡош-ҡорттан, мал-тыуарҙан һәм ер йөҙөндәге бөтә төр йәнлектән аталы-инәле икешәр йән эйәһе, һинең менән кәмәгә инеп, тере ҡалһын. 21Үҙең менән төрлө ризыҡ ал – үҙеңә лә, йәнлектәргә лә етерлек булһын. 22Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне.
Copyright information for
BakIBT2023