‏ Genesis 6:5-22

5Раббы күрҙе: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған – уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта. 6Раббы ерҙә кешене яратыуына үкенде һәм йөрәге әрнене.

7Раббы:

– Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-януарҙар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, – тине.

8Бары Нух ҡына Раббы күңеленә хуш ине.

9Нухтың тарихы былай: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүә, кәмселекһеҙ әҙәм ине; Алла юлында йөрөнө. 10Нухтың Шем, Хам, Йәфәҫ исемле өс улы бар ине.

11Алла күрҙе: ер йөҙө боҙолған, яуызлыҡ менән тулған.

12Алла ер йөҙөн күҙҙән үткәрҙе лә кешеләрҙең боҙоҡлоҡҡа батҡанын күрҙе, сөнки бөтә әҙәм балалары юлдан яҙғайны.

13Алла Нухҡа былай тине:

– Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым.
14Һин үҙеңә гофәр
Гофәр – кипарис һымаҡ сайырлы һәм ылыҫлы ағас.
ағасынан көплө кәмә яһа, уны бүлмәләргә бүл, эсен-тышын ыҫмалалап сыҡ.
15Кәмәнең ҙурлығы былай булһын: оҙонлоғо өс йөҙ терһәк, киңлеге илле терһәк, ә бейеклеге утыҙ терһәк
Терһәк – 45 см. Тимәк, кәмәнең ҙурлығы 135х22х13 м.
.
16Кәмәнең өҫкө өлөшөндә бер терһәк асыҡлыҡ ҡалдыр, ҡабырға яҡтан ишек уй. Кәмәнең эсендә аҫҡы, урта, өҫкө ҡаттар булһын. 17Мин, туфан һыуҙары ҡалҡытып, күктәр аҫтында эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙәге бар тереклек ҡырылып бөтәсәк. 18Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин. 19Кәмәгә үҙең менән бөтә төр йән эйәләренән аталы-инәле икешәр йәнлек тә ал, улар һинең менән бергә иҫән ҡалһын. 20Һәр төрлө ҡош-ҡорттан, мал-тыуарҙан һәм ер йөҙөндәге бөтә төр йәнлектән аталы-инәле икешәр йән эйәһе, һинең менән кәмәгә инеп, тере ҡалһын. 21Үҙең менән төрлө ризыҡ ал – үҙеңә лә, йәнлектәргә лә етерлек булһын.

22Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне.

‏ Genesis 7

1Раббы Нухҡа былай тине:

– Бөтә ғаиләңде алып, кәмәгә ин, был быуын кешеләре араһында бары һин генә Минең хозурымда тоғро булдың.
2Ер йөҙөндә тоҡомдары һаҡланып ҡалһын өсөн хәләл хайуандарҙың һәр төрөнән аталы-инәле етешәр, хәрәм хайуандарҙан аталы-инәле икешәрҙе, 3шулай уҡ ҡоштарҙан аталы-инәле етешәрҙе ал. 4Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен.

5Нух бөтәһен дә Раббы бойорғанса эшләне.

6Ер йөҙөнә туфан ҡалҡҡан саҡта, Нухҡа алты йөҙ йәш ине. 7Нух, туфан һыуынан ҡотолор өсөн, улдары, ҡатыны, килендәре менән кәмәгә менде. 8Һәр төрлө хәләл һәм хәрәм хайуандарҙан, ҡош-ҡорттан һәм һөйрәлеүселәрҙән 9аталы-инәле ҡушарлап-ҡушарлап Нух янына килеп, кәмәгә менделәр. Алла нисек бойорһа, шулай булды.

10Ете көн үтте, һәм ергә туфан ҡалҡты. 11Нухҡа алты йөҙөнсө йәш барғанда, йылдың икенсе айының ун етенсе көнөндә

Йырылдылыр сикһеҙ даръя һыуы,
Асылдылыр күктең ҡабағы –
12Ҡырҡ көн ҡойолдо ергә туфан һыуы,
Ҡырҡ төн яуҙы туфан ямғыры.

13Нух улдары Шем, Хам, Йәфәҫ, ҡатыны, өс килене менән тап ошо көндө кәмәгә инде. 14Улар менән бергә һәр төрлө хайуандар, мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, һәр төрлө ҡоштар береһе артынан береһе тоҡом-тоҡом булып кәмәгә менде. 15Уның кәмәһенә тере йән эйәләренең бөтә тоҡомдары ҡушарлап 16аталы-инәле инде – Алла бойорғанса булды. Нух кергәс, Раббы көплө кәмәнең ишеген ябып ҡуйҙы.

17Ҡырҡ көн дауам итте туфан. 18Һыу артҡандан-арта барҙы, ерҙе тотош ҡаплап алды һәм кәмә һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй башланы. 19Һыу күтәрелгәндән-күтәрелде, ер өҫтөндәге бөтә бейек тауҙарҙы баҫып китте. 20Тауҙарҙың өҫтөнән һыу ун биш терһәк күтәрелде, улар һыу аҫтында ҡалды. 21Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды; 22һулыш алған бөтә тереклек ҡырылды. 23Раббы ер йөҙөндә булған бөтә йән эйәһен юҡҡа сығарҙы: кеше менән бергә мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, күктәге ҡоштарға тиклем бөтә нәмә үлеп бөттө. Нух менән уның кәмәһендә булғандар ғына иҫән ҡалды. 24Туфан йөҙ илле көн дауам итте.

‏ Genesis 8

Туфандан һуң

1Әммә Алла Нухты, уның кәмәһендә булған мал-тыуарҙы һәм ҡыр хайуандарын онотманы: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеүҙән туҡтаны.

2Туҡталдылыр туфан ташҡыны,
Ябылдылыр күктең ҡабағы,
Баҫылдылыр ҡойма ямғыры.

3Әкренләп һыу ҡайта башланы, йөҙ ҙә илле көн тулыуға, һыу кәмеүгә табан китте. 4Етенсе айҙың ун етенсе көнөндә кәмә Арарат тауҙары түбәһенә килеп терәлде. 5Йылдың унынсы айына тиклем һыу яйлап кәмей барҙы, унынсы айҙың беренсе көнөндә тау түбәләре күренде.

6Ҡырҡ көн үткәс, Нух, кәмәлә үҙе уйған тәҙрәне асып, 7тышҡа ҡоҙғондо осороп ебәрҙе. Ер өҫтөндәге һыуҙар ҡороғанға тиклем, ҡоҙғон бер китеп, бер килеп осоп йөрөнө. 8Артабан, ерҙә һыуҙың ҡайтҡан-ҡайтмағанын белер өсөн, Нух күгәрсенде осороп сығарҙы. 9Әммә күгәрсен, ҡуныр урын тапмайынса, кәмәгә кире ҡайтты, сөнки ер һыу аҫтында ине әле. Нух, ҡулын һоноп, күгәрсенде кәмә эсенә индерҙе. 10Ете көн үткәс, ул күгәрсенде яңынан сығарҙы. 11Күгәрсен уға кис кенә әйләнеп ҡайтты – суҡышында яңы ғына өҙөлгән зәйтүн япрағын килтергәйне. Нух ер өҫтөнән һыуҙың ҡайтҡанын аңланы. 12Ул тағы ете көн көтөп торҙо ла күгәрсенде йәнә сығарҙы. Был юлы күгәрсен әйләнеп ҡайтманы.

13Нухҡа алты йөҙ беренсе йәш киткәндә, беренсе айҙың беренсе көнөндә ер өҫтөндәге һыу тулыһынса ҡайтты. Нух кәмәнең ҡыйығындағы тәҙрәне асып ҡарағайны, ерҙең кипшергәнен күрҙе. 14Икенсе айҙың егерме етенсе көнөндә ер кипкәйне.

15Алла Нухҡа былай тине:

16– Ҡатының, улдарың һәм килендәрең менән кәмәнән сыҡ; 17үҙең менән алған бөтә йән эйәләрен – ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөй торған йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үрсеһен, бихисап артһын.

18Нух улдары, ҡатыны һәм килендәре менән кәмәнән сыҡты. 19Улар артынан хайуандар, һөйрәлеүселәр, ҡош-ҡорт, ер йөҙөндә йәшәгән һәммә йән эйәһе тоҡом-тоҡом булып сыҡты.

20Нух Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе. 21Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм. 22Ер имен-аман торғанда:

Сәсеү менән ураҡ,
Эҫе менән һыуыҡ,
Йәй менән ҡыш,
Көн менән төн
Һәр ваҡыт буласаҡ», – тине.
Copyright information for BakIBT2023